

Сифатлы орлоҡ етештереүҙең төп шарттарының береһе - уларҙы һалҡындар башланғандан һуң йыйыу. Тик ағастар сифатлы һәм сәламәт булырға тейеш.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путин табиғи байлыҡтарға һаҡсыл ҡараш кәрәклеген бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Беҙ уларҙы һаҡлау өсөн иң етди һәм энергиялы саралар күрәбеҙ, урман хужалығы менән идара итеүҙе камилләштерәбеҙ, ағастарҙы законһыҙ киҫеүгә һәм урман янғындарына ҡаршы көрәшәбеҙ, урмандарҙы тергеҙеү майҙандарын, был маҡсаттарға финанслауҙы арттырабыҙ», – тип белдерә дәүләт башлығы 2021 йылдың ноябрендә Глазгода үткән Климат конференцияһында ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт иткәндә.
фото: башньюс
https://kiziltan.ru