Дим буйҙары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2022, 00:02

Донорҙарға бер тапҡыр аҡса түләнәсәк

Республика парламентында ҡан донорлығы тураһындағы законға үҙгәрештәр әҙерләнде, тип хәбәр итә Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.

Донорҙарға бер тапҡыр аҡса түләнәсәк
Донорҙарға бер тапҡыр аҡса түләнәсәк

Республика парламентында ҡан донорлығы тураһындағы законға үҙгәрештәр әҙерләнде, тип хәбәр итә Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.

"Йөҙҙән ашыу ҡан биргән донорҙар өсөн биш мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләргә тәҡдим ителә", - тине парламент спикеры Константин Толкачев. 

Федераль кимәлдә ҡан донорҙарына социаль ярҙам саралары ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта илдең айырым субъекттары үҙҙәренең төбәк сараларын билдәләне.

Башҡортостанда даими рәүештә ҡан банкын тултырған 160-тан ашыу кеше иҫәпләнә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республика ҡаҙнаһының бер тапҡыр бирелә торған түләүгә сығымдары 815 мең һум тәшкил итәсәк.

Закон проектына республика хөкүмәтенең ыңғай һығымтаһы килде. Документты алдағы пленар ултырыштың көн тәртибенә индереү күҙаллана.

https://shonkar.com

Донорҙарға бер тапҡыр аҡса түләнәсәк
Донорҙарға бер тапҡыр аҡса түләнәсәк
Автор:
Читайте нас: