

“Аҡмулла уҡыуҙары”нда районыбыҙҙың төрлө мәктәптәренән 60-лаған уҡыусы ҡатнашты. Сәхнә түренән бөйөк мәғрифәтсенең шиғырҙары башҡорт, рус, татар һәм сыуаш, мордва телдәрендә яңғыраны. Милли кейемдәрҙәге уҡыусылар берәмләп тә, күмәкләп тә сығыш яһаны. Уларҙың күбеһе М.Аҡмулланың әҫәрҙәрен тасуири итеп һөйләп, үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
Мәктәп фойеһында уҡыусылар тарафынан эшләнгән һүрәттәр ҡуйылғайны. Унда барлығы 15 мәктәптән 96 эш тәҡдим ителгән. Мифтахетдин Аҡмулланың тормошон һәм ижадын сағылдырыусы конкурста уҡыусыларҙың төрлө-төрлө ижад емештәрен күрергә була ине.
Яҡтылыҡ йырсыһы – Аҡмулла бөгөн дә халыҡ күңелендә йәшәй. Баш ҡалабыҙҙағы юғары уҡыу йорттарының береһе М.Аҡмулла исемен йөрөтә, йыл һайын республика күләмендә “Аҡмулла вариҫтары” бәйгеләре үткәрелә, Миәкә райоынында билдәле шәхестәргә йыл һайын Аҡмулла премияһы тапшырыла килә. Мәғрифәтсенең ижадын тәрән өйрәнгән яҙыусы Фәнис Фәтих улы 2010 йылда М.Аҡмулла премияһына лайыҡ була. Үҙенең сығышында ул М.Аҡмулланың тормошоноң беҙ аҙ белгән биттәрен асты. Сығышының һуңында, ул мәктәп директоры Урал Риза улына иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Тамаша залында барған кисә сығыштар һәм йыр-моң менән үрелеп барҙы. Өфөнән килгән виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов башҡорт халҡының милли уйын ҡоралдарында уйнап, күңелдәрҙе әсир итһә, популяр йырсылар Искәндәр Ғәзизов һәм Илнур Лоҡманов, шулай уҡ Зөлфиҙә Мөллағәлиева үҙҙәренең ҡабатланмаҫ йырҙары менән байрамға йәм өҫтәне. Был көндә беҙҙең араға Аҡмулла үҙе әйләнеп ҡайтҡандай төҫлө ине: Башҡорт дәүләт педагогия студенты, “Табын” халыҡ ижады коллективы артисы Айса Зиянбаев шиғыр һөйләгәндә, бер кем дә тулҡынланмай ҡалмағандыр.
Һәр бәйгенең еңеүселәре була тигәндәй, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен етди өйрәнеүсе һигеҙ уҡыусыға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мең ырыуы төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы тарафынан булдырылған Мең ырыуы премияһы тапшырылды. Был мәртәбәле бүләкте Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов тапшырҙы. Үҙҙәрен шиғыр яҙыусы булараҡ та һынап ҡараған, мәғрифәтсе-шағирҙың ижады буйынса эҙләнеү эше башҡарған, тасуири итеп уның шиғырҙарын яттан һөйләгән уҡыусыларҙың һәммәһенә лә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләк итеп китап-журналдар тапшырылды.
Ләйлә Ғүмәрова,
Автор фотолары.