Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Новости
3 Декабря 2022, 03:08

Ауыл ипотекаһы – йәштәргә ҙур ярҙам

Үҙ йортонда йәшәргә теләүселәр өсөн уңайлы кредит тәҡдим ителә.

Ауыл ипотекаһы – йәштәргә ҙур ярҙамАуыл ипотекаһы – йәштәргә ҙур ярҙам
Ауыл ипотекаһы – йәштәргә ҙур ярҙам

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ауыл ипотекаһы буйынса бирелгән кредиттар һаны буйынса Башҡортостандың беренсе урынға сыҡҡанын билдәләне. Йыл башынан был программа сиктәрендә банктар дөйөм суммаһы 2,1 миллиард һум самаһы булған 790-тан ашыу ташламалы кредит биргән.

Һандарҙы сағыштырыу өсөн 2020 йылдың һөҙөмтәләренә күҙ һалайыҡ: республика халҡы ауыл ипотекаһы буйынса 9,2 миллиард һумлыҡ кредиттар алған.

"Ауыл ипотекаһы" программаһы "Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның ярҙамы менән граждандар ауыл ерендә шәхси торлаҡ йорт һатып алыу йәки төҙөү өсөн йылына өс процентҡа тиклем ташламалы ставка буйынса кредит һорап мөрәжәғәт итә ала.

Йәнә программа подряд килешеүе буйынса йорт төҙөргә йәки ер участкаһы һатып алып, унда шәхси йорт төҙөргә мөмкинлек бирә. Шуныһы мөһим: программа ауыл еренә һәм иң күбе 30 мең кеше йәшәгән ҡалаларға ғына ҡағыла.

Торлаҡ мәсьәләләрендә граждандарға бушлай ярҙам күрһәтеү сервисы ДОМ.РФ сайтында ауыл ипотекаһы хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алығыҙ һәм ташламалы кредит алыу өсөн мөрәжәғәт итергә мөмкин булған кредит ойошмаларының исемлеген ҡарағыҙ: https://vk.cc/ceFpf6. Консультация үҙәгенең телефоны: 8 800 775-11-22.

Фото: vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_1236

https://bashgazet.ru

Ауыл ипотекаһы – йәштәргә ҙур ярҙам
Ауыл ипотекаһы – йәштәргә ҙур ярҙам
Автор:
Читайте нас