Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
6 Декабрь 2022, 11:14

Иң мәргән уҡсы билдәләнде

Сибай ҡалаһында уҡ атыу буйынса балалар республика чемпионаты үтте.

Иң мәргән уҡсы билдәләндеИң мәргән уҡсы билдәләнде
Иң мәргән уҡсы билдәләнде

"Ярышта 10-13 йәшлек 31 спортсы ҡатнашты. Уларҙың араһынан иң күп мәрәйҙе Ауырғазы районынан Батырхан йыйҙы. Мәргән уҡсы диплом менән бүләкләнде.

Хәҙер ул йәштәштәре араһында  иң яҡшы уҡсы һанала. Еңеүсенең атаһы Фәим Ғайсинға сараны ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн Рәхмәт хаты тапшырылды", - тип яҙа “Аургазинский вестник” гәзите.

Фәим Салауат улы чемпионатты юғары кимәлдә  ойошторғандары өсөн “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллинға һәм Сибай ҡалаһы уҡсылары тренеры Хөрмәт Таһировҡа, уның командаһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Фото: “Аургазинский вестник”гәзите.

https://bashgazet.ru

 

Автор:
Читайте нас