Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
6 Декабрь 2022, 11:27

Мошенниктарҙан һаҡ булығыҙ!

2022 йыл башынан Башҡортостан халҡы телефон жуликтарына 300, Татарстан халҡы 200 миллион һумға яҡын аҡса биргән. Ике республика халҡының ярты миллиард һум аҡсаһына “айыу майы” һөрткәндәр.

Мошенниктарҙан һаҡ булығыҙ!Мошенниктарҙан һаҡ булығыҙ!
Мошенниктарҙан һаҡ булығыҙ!

Йыл башынан Башҡортостанда һанлы технологиялар ҡулланып ҡылынған биш меңдән ашыу мошенниклык осрағы теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта бындай енәйәттәрҙең дөйөм һанынан яртыһына яҡыны Интернет ярҙамында ҡылынған, 36%-ты телефон мошенниклығы һәм 15%-ты банк карталары менән алдашҡан.

Полиция мәғлүмәттәры буйынса, дистанцион мошенниклыҡ тип аталған енйәттәрҙең яҡынса 75 % ҡорбанды алдау юлы менән эшләнгән. Енәйәтселәр ҡорбан менән телефон аша аралашҡан һәм уларҙан аҡса йәиһә банк картаһына кереү мөмкинлеген алған. Иң күп ҡараҡлыҡ төрлө банктарҙың йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарының “хәүефһеҙлек хеҙмәте” исеменән башҡарыла.

Шулай уҡ “һеҙҙең туғанығыҙ бәләгә эләккән, йәки юл фажиғәһенә тарыған схемаһы ла киң таралған.

Шуны иҫтә тоторға кәрәк – банктарҙың именлек хеҙмәте бер ҡасан да берәүгә лә шылтыратмай. Әгәр кинәт ниндәйҙер шикле операция һиҙелһә, улар банк картаһын блоклайҙар.

Диктовкаға бер ниндәй ҙә операция яһарға ярамай.

Фото: nash-krai.ru

tulpar.info

Мошенниктарҙан һаҡ булығыҙ!
Мошенниктарҙан һаҡ булығыҙ!
Автор:
Читайте нас