Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
8 Декабрь 2022, 09:37

Пар һуҡмаҡтан алтын туйғаса

Дүсән ауылында йәшәүсе Хәнүзә һәм Ғәли Халиҡовтарҙың иңгә-иң терәп бергә ғүмер итеүҙәренә - 50 йыл.

Пар һуҡмаҡтан алтын туйғасаПар һуҡмаҡтан алтын туйғаса
Пар һуҡмаҡтан алтын туйғаса

Һәр төбәктә ауылдаштарының ихтирамын яулаған, күптәргә өлгө булырҙай кешеләр бар. Шундайҙарҙың береһе - Хәнүзә һәм  Ғәли Халиҡовтар. Ярты быуат бер-берсенә таяныс, терәк булып ғүмер кисереүсе был пар матур ваҡиға - алтын туйҙары уңайынан ҡотлауҙар ҡабул иткән. Бикҡол ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ришат Нуриман улы Әхмәтшин, эшләргә идара итеүсе Зилия Рит ҡыҙы Сәлихова, шулай уҡ Лилиә Ҡыямова юбилярҙарға изге теләкләрен еткереп, республика башлыгы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен һәм бүләктәрен – сәй сервизын тапшырған.

Халиҡовтарҙың бергә уҙған илле йыл ғүмерҙәрендә барыһы ла булған: һөйөнөстәр ҙә, ауырлыҡтар ҙа, байрамдар ҙа, юғалтыуҙар ҙа... Беҙ ҙә уларҙың  тормош  юлының йомғаҡтарын һүтеп, уҙған йылдарға әйләнеп ҡайтайыҡ әле.

Ғаилә башлығы Ғәли ағай Төркмәнстандың Талҡатан-баба станцияһында донъяға килә. Яҙмышы шулай булғандыр, күрәһең, бер нисә йылдан һуң атаәсәһе айырылыша, һәм 13 йәше тулған малайҙы атаһы  үҙе менән тыуған ауылына алып ҡайта, ә әсәһе менән башҡаса күрешеү насип булмай.

Атаһы миннур белён ҡабат ғаилә ҡора, һәм, ғаиләне тулыландырып тағын балалары тыуа.

- Мин 1953 йылдың 14 авгусында Дүсән ауылында тыуғанмын. Ғаиләлә өс бала үҫтек. Мин баш бала инем, донъя мәшәҡәттәре күберәк миңә эләкте, - тип сәй табыны артында әңгәмәне дауам итә хужабикә. - Ә Ғәли менән беҙ мәктәптә бер класта уҡыныҡ. Ҡулга өлгөргәнлек аттестаты алғас, мин Өфөгә уҡырға киттем, унан һуң бер аҙ текстильный комбинатта эшләнем, ә егетемде армияға алдылар.

Был осорҙа ике йыл буйы һалдат менән һөйгәне араһын мөхәббәтле хаттар бәйләй.

Ҡатынының һүҙҙәрен хуплап, Ғәли Зәкәриә улы ла тормош юлын барлай:

- Армияға ҡәҙәр мин Октябрьскийҙа уҡып, шофер таныҡлығы алғайным инде. Грузиядә һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем. Унда политотдел инструкторы булдым. Хәрби хеҙмәтемде тултырып ҡайтҡас уҡыуымды дауам иттем – Бәләбәйҙәге автодорожный техникумда механик-водитель һөнәрен үҙләштерҙем, - ти Ғәли ағай йәшлек йылдарын иҫкә алыуҙан йөҙө яҡтырып.

Армияла сынығып ҡайтҡан егет, ауыл тормошондағы ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормай, тыуған ерендә ҡалырға була. Һөйгәнен армия хеҙмәтенән көтөп алған ҡыҙ ҙа уның менән яҙмышын бәйләргә ризалыҡ бирә. 1972 йылның 7 ноябрендә законлы никахҡа инәләр – был көн бөгөнгөләй уларҙың хәтерендә һаҡлана.  
Ләйлә Ғүмәрова.

Мәҡәләнең тулы вариантын «Яҡты юлдан” гәзитендә уҡый алаһығыҙ.

 

Пар һуҡмаҡтан алтын туйғаса
Пар һуҡмаҡтан алтын туйғаса
Автор:Гумерова Л
Читайте нас