Ватан Геройҙары көнө хәрби батырлыҡтар һәм Рәсәй армияһы геройҙары тарихын берләштерергә, йыш ҡына үҙ ғүмерен фиҙа ҡылып, Тыуған иле хаҡына батырлыҡ яһаған кешеләр хаҡында хәтергә төшөрөргә тейеш.
Хәҙер 9 декабрҙә Советтар Союзы Геройҙарын, Рәсәй Геройҙарын, Изге Георгий ордены һәм Дан ордены кавалерҙарын хөрмәтләйҙәр.
Бындай көн кәрәк. Был - патриотик тәрбиәнең нигеҙе. Илде һәр ваҡыт яратырға, уға хеҙмәт итергә кәрәк.
Мәҫәлән, диңгеҙ хеҙмәте бик ауыр, хәүефле. Рәсәйгә ҡушылғас, ниндәй һуғыштар булмаһын, башҡорттар һәр ваҡыт ҡатнашҡан, ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Уларға ҡарап, башлыҡтар ғына түгел, дошмандары ла һоҡланған, ҡурҡҡан.
Геройҙы халыҡ тәрбиәләй, герой халыҡ араһынан сыға.