Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
9 Декабрь 2022, 05:31

Евроконтейнерҙар ҡайтарылды

Был һауыттар Бишбүләк ауылындағы махсус майҙансыҡтарҙа урынлаштырыла. 

Евроконтейнерҙар ҡайтарылдыЕвроконтейнерҙар ҡайтарылды
Евроконтейнерҙар ҡайтарылды

Бишбүләк районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙыл һәм һары контейнерҙар сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн тәғәйенләнә, йәғни был контейнерҙарға аҙыҡ һәм үҫемлек ҡалдыҡтарынан тыш, бөтә сүпте һалырға мөмкин.

Һауыттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проектына ярашлы субсидиялау программаһы буйынса һатып алынған. Улар махсус майҙансыҡтарҙа урынлаштырыла.

Әйтеүҙәренсә, ҡыҙыл һауыттар – быяла, һарыһы – пластик, күге ҡағыҙ ҡалдыҡтар өсөн тәғәйенләнә. Контейнерҙар федераль һәм республика ҡаҙнаһы иҫәбенә һатып алына. Муниципаль райондарға һәм ҡала округтарына ошо маҡсатҡа 12 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Уға 11451 евроконтейнер һатып алынған.

#национальныепроекты#нацпроекты
https://vk.com/podsl_bizh

Евроконтейнерҙар ҡайтарылды
Евроконтейнерҙар ҡайтарылды
Автор:
Читайте нас