Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Баш
Чув
Тат
Рус
Новости
9 Декабрь 2022, 07:10
Файҙалы хөрмә
Һалҡын тейгәндә, грипп менән ауырығанда ла был емештең файҙаһы ҙур.
Файҙалы хөрмә
Хөрмәлә бета-каротин күп. Ул ҡартайыуҙы тотҡарлай һәм күҙҙәр өсөн үтә ныҡ файҙалы .
Көн дә ошо емеште ашағандарға пневмония менән бронхит менән сирләү хәүефе янамай.
Хөрмәләге калий һәм үҫемлек шәкәре йөрәк, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй.
Ҡан тамырҙары тарайыуҙан, ҡан баҫымы юғарылығынан һәм эс ҡатыуҙан йонсоғандар өсөн бик файҙалы емеш.
Янған һәм ҡырҡылған урынға хөрмә иҙмәһен ҡаплаһаң, яралар тиҙерәк уңала.
Хөрмәләге магний бөйөрҙәге тоҙҙарҙы сығара һәм уның эшмәкәрлеген яҡшырта.
Хөрмәләге булған тимер, микроэлементтар ярҙамында анемиянан ҡотолорға мөмкин. Ул шулай уҡ А һәм С витаминдарына бай.
Һыуыҡ үткәндә, грипп менән сирләгәндә, тамаҡ ауыртҡанда 1 хөрмә һутына 100 г йылы һыу һалып, бер нисә көн эскәндә, тамаҡты сайҡатҡанда һауығыу процесы тиҙерәк булыр.
Депресия ваҡытында көн дә кис хөрмә ашарға тырышығыҙ. Ундағы магний, глюкоза һәм фркутоза нервыны тынысландыра, йоҡоно көйләй, йәшәүгә дәрт бирә.
"Башҡортостан календары"нан.
Файҙалы хөрмә
Автор:
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июль , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июль , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"