Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
9 Декабрь 2022, 08:58

Кооперативтарға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтелә

Башҡортостандың ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары өсөн яңы мөмкинлектәр асыла.

Кооперативтарға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеләКооперативтарға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтелә
Кооперативтарға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтелә

Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт компрлексы кесе hәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары йыл һайын нигеҙҙә «Агростап», «Агротуризм», «Ғаилe фермаһы» федераль программалары сиктәрендә, шулай уҡ ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын субсидиялаy аша дәүләт ярҙамының 600 млн. һумын ала. 2022 йылдың 1 декабренә республикала барлығы 396 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы теркәлгән.

 — Республикала ла, беҙҙең районда ла артабан үҫeшергә ниәтләгән фермерҙарға hәм кооперативтарға дәүләт ярҙамы дүртенсе йыл бара, — ти Бишбүләк мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Айнур Абзалов. — Бөгөн ауыл хужалығында иҡтисадтың был секторына Башҡортостан халҡына ҡулланыу өсөн әҙер аҙыҡ-түлек продукттарын етештереү күләмдәрен арттырыу планына ҙур өмөт  бағлана. Ә бит ауыл хужалығы кооперативларын үҫтереү тармаҡтың үҫеүен һәм киңәйеүен генә түгел, киләсәктә ауылдарҙың йәшәүен hәм сәскә алыуын да тәьмин итә.

Айнур Абзалов Бишбүләк районы делегацияһының 24 ноябрҙән 26 ноябргә ҡәҙәр Өфөлә тәжрибә алмашыу буйынса «Беҙҙең бренд» республика күргәҙмә-фестивалендә нисек ҡатнашыуы тураһында ентекләп һөйләне. Тағы ла бишбүләктәр Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының III съезы эшендә лә әүҙем ҡатнашты. Был ике ҙур hәм яҡшы ойошторолған республика саралары Өфө «ВДНХ-ЭКСПО» күргәҙмә комплексында уҙҙы.

— Делегация составында беҙҙең райондан «Бишбүләк мәғлүмәт-консультация үҙәге» учреждениеһы хеҙмәткәрҙәрeнән тыш «Бал тәме», «Бишбүләк фермеры», «Бишбүләк ҡатнаш аҙығы», hәм «Тулбай» кооперативтары вeкилдәре булды, — ти БР Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары съездында ҡатнашыусылар тураһында Айнур Рәфис улы. — Башҡортостан делегаттарынан тыш, күргәҙмә-фестивалдә hәм съезд эшендә күрше төбәктәрҙең кооперативтары - Свердловск, Силәбе өлкәләре hәм Удмуртия Республикаһы вәкилдәре лә ҡатнашты. «Беҙҙең бренд» күргәҙмәһе экспозицияһы үҙенең биҙәлеше һәм йөкмәткеле булыуы менән таң ҡалдырҙы, шулай уҡ республика ҡулланыусылар кооперативтарында һатыуға, ауыл хужалығы продукцияһын етештерергә әҙер булған исемдәр күп булды.

Күргәҙмә комплексына инеү юлында Башҡортостанда туризм программаһын үҫтереү сиктәрендә махсус әҙерләнгән туҡланыу пункттары булған ете фудтрак урынлашҡайны. Күргәҙмәлә кооперативтарҙың күп профилле эше hәм продукцияны уңышлы һатыу буйынса белем, тәжрибә һәм профессиональ серҙәр алмашыу буйынса эшлекле аралашыу булды. Төрлө көндәрҙә бер нисә майҙансыҡта конкрет продукция әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар hәм тyңәрәк өҫтәлдәр уҙғарылды, шулай уҡ еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды.

Владимир СМОЛОВ.

Илнур Вәлиев фотоһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын “Яҡты юлдан” гәзитендә уҡығыҙ.

 

Кооперативтарға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтелә
Кооперативтарға һөҙөмтәле ярҙам күрһәтелә
Автор:
Читайте нас