Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
10 Декабрь 2022, 04:38

Мәктәптәрҙә - карантин

Башҡортостанда 60 класс карантинға ябылған. Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итә.

Мәктәптәрҙә - карантинМәктәптәрҙә - карантин
Мәктәптәрҙә - карантин

Министр грипп һәм киҫкен респиратор инфекцияларына бәйле эпидемиологик хәл ҡатмарлашҡан осраҡта мәктәптәр санитар ҡағиҙәләргә һәм нормаларға ярашлы эш итергә тейешлеген иҫкә төшөрҙө. 2694-се пунктҡа ярашлы, балаларҙың 20% һәм унан күберәге мәктәпкә килмәһә, белем биреү учреждениеһы етәксеһе уҡыу процесын туҡтатырға хоҡуҡлы.

«Закон буйынса мәктәптәр уҡыусыларҙы өйҙән уҡыуға күсерергә тейеш. Бындай ҡарарҙы мәктәп директоры ҡабул итә. Белем биреү ойошмаларына барлыҡ методик тәҡдимдәр еткерелгән», — тип хәбәр итте Айбулат Хажин.

фото һәм сығанаҡ:"Башинформ".

 

Мәктәптәрҙә - карантин
Мәктәптәрҙә - карантин
Автор:
Читайте нас