

Мәликә Хәлитовна оҙаҡ һәм ауыр тормош юлы үтә...Эйе, уның бала һәм йәшлек сағы үтә ауыр булды.
Атаһының ҡустыһы Фирғәт сит илдә йәшәй, бик етеш тора, хатта үҙ фабрикаһы бар, тиҙәр. Һирәкләп хат яҙҙы. Тик Мәликә грамотаһыҙ шул, уҡый-яҙа белмәй. Хат килһә йә балаларынан, йә күршеләренән уҡытты. Шулай ҙа ағаһы хатты үҙ улы Ғәлимгә күберәк яҙа ине. Ғәлим Мәликәнән бер нисә йәшкә оло, сауҙа үҙәгендә эшләй, ә уның кәләше келәт мөдире. Заманына күрә етеш йәшәйҙәр, 4 бала үҫтерәләр. Ғәлим ике туған һеңлеһе Мәликә менән ҡатышманы. Әллә хәйерсе, уҡый-яҙа белмәгән туғанынан ғәрләндеме икән...
Мәликәгә бик ауыр ине. Ире уны алты бала менән ҡалдырып, йәш һөйәркәһе менән Алыҫ Көнсығышҡа сығып китте. Мәликә ишетеп белә ине: һөйәркәһе—начальник ҡыҙы. Шуға ла уның ире яҡшы эшкә урынлашҡан, бик яҡшы йәшәп яталар, тик балаларын онотто, ярҙам да итмәне.
Яңғыҙына алты баланы күтәреү, ай-һай, ауыр булды. Келәт яндарында йөк машиналарынан төшөп ҡалған күмерҙе йыйып һатҡан мәлдәре лә булды, түгелгән игенде лә сүпләне, картуф баҫыуынан ятып ҡалған, туңған картуфты ла йыйҙы. Хатта шул картуфты ҡырғыс аша үткәреп, ҡоймаҡ һымаҡ итеп бешерә лә ине. Улары һыуынһа быяла ярсығы һымаҡ бит әле. Әммә ни хәл итәһең? Йәй етһә, етеш йәшәгәндәрҙең баҡса эшендә ярҙамлашып, ашарлыҡ табып торҙо.
Бик ауыр ине уға. Әммә балалар хаҡына түҙҙе. Кемдер иҫке кеймен бирҙе, ҡайһы саҡ сүплектән дә алды. Йыуып, ямап кейҙерҙе. Алты балаһының береһе Гөлсибәре үлеп ҡалды, ҡалған бишәүһен нисек тә булһа аяҡҡа баҫтырырға бар көсөн һалды.
Бер мәл сит илгә киткән Фирғәт ағаһы хатына былай тип яҙған ине: «Ғәлимдәргә посылка һалдым. Унда һинең дә балаларыңа күстәнәс бар. Шулай уҡ туҡымалар һалдым, балаларыңа күлдәк тегеп ал». Был юлдарҙы күршеһе уҡып ишеттерҙе. Мәликә бик ҡыуанды. Шунда уҡ Ғәлимдәргә барҙы. Тик ҡапҡа бикле ине. Бик оҙаҡ торҙо, тапанды, ҡысҡырҙы. Өй тәҙрәһенең ҡорғаны һелкенгәндәй итте бит. Кемдер ҡараны шикелле. Оҙаҡ көттөрөп Ғәлим килеп сыҡты. Йөҙөндә ҡәнәғәтһеҙлек ине.
—Ни йомош?
—Атайыңдан хат алдым. Һеҙгә ебәргән посылкаһында миңә лә өлөш бар тигән. Шуны алырға ине.
—Ул ниндәй посылка?—Ғәлим йөҙ емереп аптыранды.
Ул арала ҡатыны килеп ҡушылды.
—Юҡ, бер ниндәй ҙә посылка. Булһа ла эсендәге беҙҙеке. Беҙгә ебәргән бит,—тине еңгәй тейеш кеше.
—Нисек инде? Бына хат... Бында яҙылған бит,—тине Мәликә.
Туғандары ишетергә лә теләмәне, бирергә уйламаны ла.
—Ярай, күстәнәсен бирмәгеҙ, туҡымаһын булһа ла бирегеҙ инде. Балаларҙың өҫтөн яңыртайым,—тип Мәликә илап ебәрҙе.
—Әйттек тә инде. Юҡ бер нәмә лә, юҡ!—тине еңгәһе.
—Ярай, ҡатлап ябынып ятығыҙ шул туҡыма менән,—тип Мәликә ярһып илап боролоп ҡайтып китте.
Бирешмәне Мәликә. Мәрхәмәтле кешеләр ҙә ярҙам күрһәтте, үҙе лә тырышты. Бер эштән дә ҡурҡманы, ҡайҙа аҡса эшләп була—барҙы ла эшләне.
Бер мәл Ғәлим ағаһының ғаиләһенә бәлә килде. Әйтерһең дә, берәү махсус заказ биргән. Тәүҙә улдарына төнгө урамда сәнсеп киттеләр. Уны ҡотҡара алманылар. Икенсе улы төрмәгә эләкте. Ҡыҙҙарының һуҡыр эсәге шартлап, ҡотҡара алманылар. Ғәлимдә яман шеш таптылар. Ҡатыны ла етди сирләп китте, дауахананан-дауаханаға йөрөнө. Ғәлим ашҡаҙандағы яман сире менән оҙаҡ йәшәй алманы. Ауыр ҡайғынан артынса ҡатыны китте. Бәләкәй ҡыҙҙары ҡырҙа ине, уны ла машина төкөп киткән тинеләр...
Был хәлдәрҙән һуң Мәликә үҙен ғәйепле тойоп, рәнйешем төшкәндер тип мәсеткә йыш йөрөнө, Аллаһы Тәғәләнән ғәфү һораны, туғандары рухына хәйерҙәр бирҙе, аяттар уҡытты.
Был ваҡытта уның барыһы ла яҡшы ине инде. Балалар үҫкән, ғаилә ҡорған, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөндөрә.
—Балаларым, намыҫ менән йәшәгеҙ, харамдан һаҡ булығыҙ, кеше рәнйетмәгеҙ һәм рәнйемәгеҙ. Насар уйҙар уйламағыҙ, алама ғәҙәттәрҙән йыраҡ булығыҙ, уйламай хәбәр һөйләмәгеҙ. Һүҙҙең ҡөҙрәте шул тиклем киң, шаярып ҡына әйткән һүҙегеҙ ҙә Аллаһтың амин тигән сағына тура килеүе ихтимал. Ғүмер бер генә ул, дуҫ, татыу булығыҙ, күңелегеҙ киң булһын,—тип Мәликә Хәлит ҡыҙы кәңәштәр биреп бәхетле ҡартлыҡ кисерҙе.