Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
12 Декабрь 2022, 05:35

Йәнә шихандар тураһында

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә башҡорт шихандарының ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы статусын алыуға яҡынайыуы хаҡында белдерелде.

Йәнә шихандар тураһындаЙәнә шихандар тураһында
Йәнә шихандар тураһында

"Башҡорт шихандары Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы статусын алыуға бер аҙым яҡынлашты. Улар ошондай исемгә тәҡдим ителгән объекттарҙың алдан төҙөлгән исемлегенә индерелгән. Был республика өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә?

Билдәле булыуынса, ЮНЕСКО — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблеяһының иң абруйлы ойошмаларының береһе, унда шихандарҙың юғары ҡиммәтен, әһәмиәтен таныйҙар. Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү шихандарҙы һаҡлау ысулы ғына түгел. Ул - донъя кимәлендәге дан, һөҙөмтәлә ҡеүәтле иҡтисади үҫешкә юл.

Шихандарыбыҙҙың юғары статус алыуы йәһәтенән ыңғай ҡарар көтәбеҙ һәм туризм инфраструктураһын үҫтереүҙе дауам итәбеҙ", - тиелә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте төркөмөндә.

Фото: Башҡортостан Башлығы Хакимиәте.

https://bashgazet.ru

Йәнә шихандар тураһында
Йәнә шихандар тураһында
Йәнә шихандар тураһында
Автор:
Читайте нас