Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
13 Декабрь 2022, 15:36

“Аҡыллы” медицина карауаттары сығарыу яйға һалынған

Башҡортостанда “Медстальконструкция” предприятиеһы “аҡыллы” медицина карауаттары сығарыуҙы яйға һалған. Улар үлсәүҙәр, йөрәк-үпкә реанимацияһы өсөн кәрәкле CPR функцияһы, шәфҡәт туташын саҡырыу өсөн пульт, дисплей менән йыһазландырылған. Карауаттарҙы сырхауға нисек уңайлы, шулай көйләргә мөмкин.

“Аҡыллы” медицина карауаттары сығарыу яйға һалынған“Аҡыллы” медицина карауаттары сығарыу яйға һалынған
“Аҡыллы” медицина карауаттары сығарыу яйға һалынған

Башҡортостанда “Медстальконструкция” предприятиеһы “аҡыллы” медицина карауаттары сығарыуҙы яйға һалған. Улар үлсәүҙәр, йөрәк-үпкә реанимацияһы өсөн кәрәкле CPR функцияһы, шәфҡәт туташын саҡырыу өсөн пульт, дисплей менән йыһазландырылған. Карауаттарҙы сырхауға нисек уңайлы, шулай көйләргә мөмкин.

Рәсәйҙә бындай карауаттар башҡа бер ҡайҙа ла етештерелмәй. Улар интенсив терапия, реанимация һәм реабилитация бүлексәләрендә киң ҡулланыласаҡ, тип билдәләйҙәр. Өҫтәүенә, улар сит илдә етештерелгәндәренән күпкә осһоҙораҡ. Карауаттарҙы комплектлаусы деталдәр ҙә предприятиела сығарыласаҡ, шул маҡсатта 12 мең квадрат метрлы цех төҙөлә.

Был уникаль ҡорамалды күпләп етештереүҙе йыл дауамында яйға һалырға ниәтләйҙәр. Предприятиела эш урындары ла арттырыласаҡ.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

bashkizi.ru

 

“Аҡыллы” медицина карауаттары сығарыу яйға һалынған
“Аҡыллы” медицина карауаттары сығарыу яйға һалынған
Автор:
Читайте нас