Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
13 Декабрь 2022, 14:55

Күренекле әҙибә менән осрашыу

Башҡорт теле көнө алдынан, Ҡаныҡай урта дөйөм белем биреү мәктәбендә билдәле яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән осрашыу үтте. 

Күренекле әҙибә менән осрашыуКүренекле әҙибә менән осрашыу
Күренекле әҙибә менән осрашыу

Ҡаныҡай мәктәбендә Башҡорт теле көнө уңайынан республикала билдәле яҙыусы, журналист, байтаҡ китаптар авторы Лира Яҡшыбаева менән осрашыу уҙҙы. Мәктәп уҡыусылары алдында тәүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова сығыш яһаны:

- Башҡорт телекөнө - башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнә. Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.

Күптән түгел “Аҡмулла уҡыуҙары”нда сығыш яһаған уҡыусылар был юлы ла бөйөк мәғрифәтсенең шиғырҙарын яттан һөйләне. Шулай уҡ малай һәм ҡыҙҙар Лира Яҡшыбаеваның "Бәхетең үҙең менән” хикәйәһен уҡып ишеттерҙе.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Р.Өмөтбаев, Ж.Кейекбаев һәм М. Буранғолов исемендәге премиялар лауреаты Лира Яҡшыбаева республиканың иң ҙур ауылы – Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуып үҫә, ә хеҙмәт йылдары уның Баймаҡ ере менән бәйле.

Уҡыусылар билдәле әҙибә, ғүмерен педагогия хеҙмәтенә бағышлаған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы Лира Миңәхмәт ҡыҙының тормошо һәм ижады менән яҡындан танышты. Артабан ул йәш быуынға үҙенең әҫәрҙәре тураһында һөйләп үтте, М.Аҡмулла ижадына бәйле һорауҙар бирҙе, уҡыусыларҙың тапҡырлығын һынап, әйтем-мәҡәлдәргә туҡталды.  

Лира Яҡшыбаева сарала әүҙем ҡатнашҡан, оҫта шиғыр һәйләүсе уҡыусыларға үҙенең китаптарын бүләк итте. Һүҙен йомғаҡлап, ул үҙенең йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәрен дә еткерҙе: тик изгелек, яҡшылыҡ, иман менән йәшәргә өндәне. Осрашыуҙың һуңында, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Булат Ноғоманов алыҫ араларҙы яҡын итеп осрашыуға килгән әҙибәгә Рәхмәт хаты тапшырҙы. Йәнле аралышыуға ҡоролған туған тел байрамы күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.

Ләйлә Ғүмәрова,

Автор фотоһы.

Күренекле әҙибә менән осрашыу
Күренекле әҙибә менән осрашыу
Күренекле әҙибә менән осрашыу
Автор:Гумерова Л
Читайте нас