

2022 йылдың май айында Хөкүмәт IT-белгестәр өсөн яңы ярҙам сараларын иғлан итте һәм ташламалы ипотека программаһын башлап ебәрҙе. Уны Мәғлүмат технологиялар өлкәһендәге профессионалдар ҡуллана ала, ипотека ставкаһы 5 процент тәшкил итә.
РФ Хөкүмәтенең 2022 йылдың 30 апрелендәге 805-се ҡарарында билдәләнгәнсә, ташламалы IT-ипотека бурысы — был өлкә хеҙмәткәрҙәренә уңайлы тораҡ шарттары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелә.
“Выберу.ру” Финанс маркетплейсы генераль директоры Григорий Бурденко белдереүенсә, программа сиктәрендә 2024 йыл аҙағына ҡәҙәр РФ Хөкүмәтенең 2022 йылдың 30 апрелендәге 805 номерлы ҡарарында дөйөм суммаһы 240 миллиард һумлыҡ барлығы 50 мең самаһы кредит биреү планлаштырыла.
Аккредитация уҙған IT-компанияларҙа эшләүсе 22 йәштән 44 йәшкә тиклемге рәсәйҙәр ипотека буйынса кредитка эйә була ала.
Кредитты 30 йылға рәсмиләштерергә мөмкин. Минималь башланғыс иғәнә күләме түләү 15 процент.
Миллионлы ҡалаларҙа йәшәүселәр 18 миллион һумға ҡәҙәр, ҡалған ҡалаларҙа йәшәүселәр 9 миллион һумға ҡәҙәр күләмендә кредит рәсмиләштерә ала.
Программа 2024 йыл аҙағына ҡәҙәр ғәмәлдә буласаҡ.
Фото: www.sibdom.ru