Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
14 Декабрь 2022, 13:59

Сусҡа киҙеүе етди өҙлөгөүҙәр менән үтә

Грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар күбәйә. Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, был аҙнала сир күрһәткесе 35,4% артҡан, ә 37 субъектта ул ил кимәленән артып киткән.

Сусҡа киҙеүе етди өҙлөгөүҙәр менән үтәСусҡа киҙеүе етди өҙлөгөүҙәр менән үтә
Сусҡа киҙеүе етди өҙлөгөүҙәр менән үтә

Иң ныҡ таралған штамм - А (H1N1)-2009 йәки «сусҡа киҙеүе», ул Рәсәйҙең 82 субъектында теркәлгән. Табиптар A(H3N2) һәм B вирусының да баш ҡалҡытыуын билдәләй.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, илдә прививка кампанияһы барышында 74 миллиондан ашыу кеше вакцина яһатҡан — халыҡтың 52%. Башҡортостанда иһә 49,9% тәшкил иткән.

Башинформ. 

Автор:
Читайте нас