

14 декабрҙә Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте һәм "Эталон" төркөмө төбәктең баш ҡалаһында донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары-ара студенттар кампусы төҙөлөшөнә һәм уны артабан файҙаланыуға концессия килешеүе төҙөнө.
Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында документҡа беренсе вице-премьер - Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һәм "Эталон" төркөмөнөң хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса вице-президенты Игорь Кащеев ҡул ҡуйҙы.
- Беҙ оҙаҡ ваҡыт вуз-ара студент кампусы проекты өҫтөндә эшләнек. Рәсәй Хөкүмәте, илдең Фән һәм юғары белем министрлығы менән бергә ҡатмарлы юл үттек. Рәсәй Президенты Владимир Путинға, Мәғариф һәм фән министрлығындағы коллегаларыбыҙға башланғысыбыҙҙы хуплағандары өсөн ҙур рәхмәт, - тине Радий Хәбиров. - Башҡортостандың юғары белем биреү һәм фән системаһы өсөн кампус ҙур әһәмиәткә эйә. Ул йәштәребеҙҙең уҡыуы, тикшеренеү, ижади эше, төрлө йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн уңайлы мөхит булдырырға мөмкинлек бирә. Был, әлбиттә, Рәсәй һәм сит ил студенттары өсөн иҫ киткес урын. Ысынында беҙ мәғариф, фән үҫешенең яңы йүнәлешенә инәбеҙ.
Был хаҡта Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙҙы:
“Беҙ Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусын төҙөй башлау өсөн әҙерлек этаптарын тамамланыҡ. 2019 йылда ил Президенты Владимир Путинға кампус төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт иттем. Ул хупланы. Беҙ конкурста ҡатнашыу, финанслау сығанаҡтарын билдәләү буйынса ҡатмарлы юл үттек. Рәсәй Федерацияһы бюджетына бының өсөн 11,7 миллиард һум һалыныуы бик мөһим. Кампусты концессия шарттарында төҙөйбөҙ, уға партнер табырға кәрәк ине. Хәҙер был мәсьәлә лә хәл ителде, артабан проектты "Эталон" төркөмө менән бергә үҫтерәсәкбеҙ.
Беҙҙең кампус бик уңайлы һәм матур урында - Ағиҙел йылғаһының көньяҡ битләүендә, Өфөнөң тарихи үҙәгендә буласаҡ. Уның концепцияһы - ятаҡ ҡына түгел. Был урын Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге ҙур фәнни үҙәккә әүереләсәк. Бында уҡырға, эшләргә, фән, спорт менән шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ. Кампус төҙөлөшөн ике этапҡа бүләсәкбеҙ. Тәүгеһен, Мәжит Ғафури исемендәге паркты, 2023 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырырға уйлайбыҙ. Икенсе сираты - 2026 йылға. Барығыҙҙы ла ҡотлайым! Был ҙур етди проект - фәнебеҙ һәм юғары мәктәбебеҙ өсөн яңы үҫеш векторы, яңы етди нигеҙ”.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
https://bashgazet.ru