

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров физкультура һәм спорт үҫеше буйынса Совет ултырышын асып, иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда был тармаҡҡа кадрҙар һәм инфраструктура ярҙамын көсәйтеү буйынса мөһим саралар ҡабул ителеүен билдәләне.
"Республиканың һәр кешеһе – мәктәп уҡыусыһымы йәки пенсионермы, ҙур ҡалала йәшәйме, төпкөл ауылдамы, спортҡа саҡ килгәнме йәки разрядҡа эйәме - барыһы ла профессионал йәки һәүәҫкәр спорт менән шөғөлләнә алһын ине, тигән хыялымды ниндәйҙер спорт сараһында әйткәйнем. Һәм бының өсөн уларға барлыҡ шарттар тыуҙырылырға тейеш", - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе спорт ҡоролмалары төҙөү, уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу йәһәтенән күп нәмә эшләнеүен билдәләне.
“Быйыл Светлана Хохрина исемендәге гимнастика үҙәген астыҡ. Светлана Васильевнаға тығыҙ хеҙмәттәшек өсөн рәхмәт белдерәм. Көрәш һарайы һәм ишеү слаломы комплексын төҙөү ҙә тулы ҡеүәттә бара. Бөгөн фехтование үҙәгенә нигеҙ һалдыҡ“, - тине республика етәксеһе район-ҡалаларҙағы спорт объекттары мәсьәләләренә лә туҡталып үтте.
https://bashgazet.ru