Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
15 Декабрь 2022, 03:26

С.Юлаев исемендәге батальон махсус хәрби операцияға юллана

Шул сәбәпле, 20 декабрҙә Өфөлә бер нисә урамды ябалар. 

С.Юлаев исемендәге батальон махсус хәрби операцияға юлланаС.Юлаев исемендәге батальон махсус хәрби операцияға юллана
С.Юлаев исемендәге батальон махсус хәрби операцияға юллана

 Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө ирекле батальонды махсус хәрби операция зонаһына оҙатҡан көндә, бер нисә урамды ябалар. Оҙатыу тантанаһы Совет майҙанында уҙа. Шуға бәйле иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 1-се яртыға тиклем Совет (Зәки Вәлиди урамынан алып Октябрь революцияһы урамына  тиклем) һәм Пушкин (Цюрупа урамынан алып Ленин урамына хәтлем тиклем) урамдарында хәрәкәт сикләнә. Был хаҡта баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Автоһәүәҫкәрҙәргә маршруттарын алдан билдәләргә кәңәш бирәләр.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас