Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Новости
15 Декабря 2022, 09:12

Яңы йыл табынына - “сәғәт” салаты

Байрам биҙәге булырҙай был салат һәр кемдең күңеленә хуш килер. 

Яңы йыл табынына -  “сәғәт” салатыЯңы йыл табынына -  “сәғәт” салаты
Яңы йыл табынына - “сәғәт” салаты

Бының өсөгн кәрәк буласаҡ:

бешкән тавык ите — 400 грамм;
йомортҡа — 3;
корейса кишер — 160 грамм;
ҡаты сыр — 100 грамм;
тәменчә тоҙ, майонез;
салатты биҙәр өсөн бер бешкән кишер, бер аҙ петрушка һәм маслиналар алына.

Эш барышы:

тәрилкә өҫтөнә кулинар түңәрәк урынлаштырығыҙ.

Иң аҫҡы ҡатҡа бешкән тауыҡ итен ваҡ ҡына итеп турап һалабыҙ. Өҫтөнә майонез һылайбыҙ.
Икенче ҡат — корейса кишер.
Өсөнсө ҡат — ҡырғыстан сығарылған сыр. Өҫтөнә — майонез.
Дүртенче ҡат — ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа ағы, майонез.
Иң һуңғы итеп салат өҫтөнә тигеҙ генә йомортҡа һарыһы һибеп сығабыҙ. Был ҡатҡа майонез кәрәкмәй.Хәҙер салатты ике сәғәткә һыуытҡысҡа алып ҡуйырға кәрәк. Был ваҡыт үткәс, алып, биҙәйбеҙ. Кулинар түңәрәкте алырға онотмағыҙ!

Бешкән кишерҙе түңәрәкләп киҫеп, сәғәт циферблаты формаһында теҙеп сығабыҙ. Уртаға бәләкәйерәк кишер түңәрәге урынлаштырығыҙ, уртаһына бер маслина ҡуйығыҙ. Сәғәт телдәрен дә кишерҙән киҫеп урынлаштырабыҙ.
Һәр кишер түңәрәге өҫтөнә майонез менән сәғәттең һандарын яҙып сығабыҙ. “Циферблат”ты рәсемдәгесә йәшел петрушка менән биҙәһәгеҙ, тағын да матурыраҡ булыр.

Аштарығыҙ тәмле булһын! 

Фото: “https://1000.menu/”

 

Яңы йыл табынына -  “сәғәт” салаты
Яңы йыл табынына - “сәғәт” салаты
Автор:
Читайте нас