Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
16 Декабрь 2022, 02:35

Эшҡыуарҙан — күсермәле мунса

Сибай ҡалаһынан эшҡыуар Батыр Ырыҫҡужин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға мунса эшләгән.

Эшҡыуарҙан — күсермәле мунсаЭшҡыуарҙан — күсермәле мунса
Эшҡыуарҙан — күсермәле мунса

Был хаҡта Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.

- Сибайҙарҙың битараф булмауы шатландыра. Айырыуса был мобилизацияланғандарға ярҙам итеүгә ҡағылғанда. Бөгөн, һис ҡасан булмағанса, илебеҙ тыныслығын һаҡлаусыларға ярҙам итеү өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ. Эшҡыуарыбыҙ Батыр Ырыҫҡужин яҡташтарыбыҙ өсөн бына ошондай мобиль мунса әҙерләгән. Был бик ҙур ярҙам, сөнки ҡышҡы осорҙа гигиена һәм кейемде киптереү мәсьәләһе - хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн шарттар булдырыуҙа иң мөһимдәренең береһе. Яҡташтарыбыҙ бындай бүләкте Яңы йыл алдынан баһалар, тип ышанам. Тиҙҙән мунсаны алғы һыҙыҡҡа оҙатырбыҙ, - тигән Сибай мэры.

Сығанаҡ һәм фото:bashgazet.ru

Эшҡыуарҙан — күсермәле мунса
Эшҡыуарҙан — күсермәле мунса
Эшҡыуарҙан — күсермәле мунса
Автор:
Читайте нас