

18 декабрҙә гражданлык хeле акттарын теркәү органдары хеҙмәткәрҙәре hөнәри байрамдарын билдәләп үтә. Быйыл был дата үҙенсәлекле, сөнки ЗАГС хеҙмәте үҙенең 105 йыллыҡ юбилейын байрам итә. Был ике ваҡиғаның берләшеүе БР Дәүләт комитетының юстиция эштәре буйынса Бишбүләк районы ЗАГС бүлеге начальнигы Ирина Витальевна Михайлова менән әңгәмәләгергә сәбәп булды.
— Ирина Витальевна, ЗАГС хеҙмәте тыуғандан алып кеше тормошондағы һуңғы яҙмаға ҡәҙәр булған ваҡиғаларҙы теркәп бара. Уның тарихы ниндәй?
— Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә тыуыу, никах hәм үлемде теркәгән яҙмалар православие халҡында 1722 йылдан Петр I бойороғо буйынса индерелгән. Быйыл 300 йыл тулды, илдә кеше тормошоноң төп миҙгелдәре теркәлә башланы. 1917 йылдың 18 декабрендә Рәсәй Республикаһы Халыҡ Комиссарҙары Советының «Гражданлыҡ никахы тураһында, балалар hәм дәүләт китаптарын алып барыу тураһында»ғы Декреты ҡабул ителә. Шулай итеп, ЗАГС системаһын булдырыуға 105 йыл тула.
— ЗАГС эшендәге яңылыҡтар, уларҙың өҫтөнлөктәре менән таныштырығыҙ әле.
— Хәҙерге заман ЗАГСы заман менән бергә атлай hәм үҙ эшенә яңы технологиялар индерә, улар гражданиндың ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, оператив, артыҡ мәшәҡәтһеҙ генә белешмәәләр, ЗАГС органдарынан документтар алырға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың 1 июленән «Бала тыуыу» суперсервисы эшләй башланы, ул ЗАГС органына бармайынса сабый тыуыуын теркәү һәм дәүләт хеҙмәттәре порталында электрон рәүещтә һөҙөмтәләр алыу мөмкинлеге бирә. Тиҙҙән «Яҡын кешеңде юғалтыу» суперсервисы эшләй башлаясаҡ. 7 декабрҙә Бишбүләк районы ЗАГС бүлегендә «Бала тыуыу» суперсервисы аша бирелгән ғариза буйынса районда беренче тыуыу тураһындағы акт теркәлде. Акт яҙмаларының ҡулдан яҙған ваҡытта ЗАГС системаһының нисек эшләүе менән сағыштырғанда, был да заман ваҡиғаһы. Хәҙер ЗАГСҡа килергә лә кәрәкмәй, документтарҙы электрон рәүештә алырға мөмкин. Был бик уңайлы.
— Быйыл күпме hәм ниндәй акт яҙмалары теркәлеүе тураһында һөйләгеҙ әле.
— Дөйөм алғанда, ЗАГС бүлегендә 170 меңгә яҡын гражданлыҡ хәле акттары яҙмаһы һаҡлана. Улар 1926 йылдан әлеге ваҡытҡа ҡәҙәр һаҡлана. Барлыҡ яҙмалар ьеҙҙең ЗАГСта 100 йыл һаҡлана, унан һуң архивҡа тапшырыла. Йылдан-йыл яҙмалар әҙәйә бара: халыҡ та кәмей, тыуым да әҙерәк. Ағымдағы йылдың 8 декабренә районда тыуыу тураһында 127 акт язмаһы теркәлгән, уҙған йылда иһә 128 кеше булған. Уҙған йыл үлем буйынса рекордлы йыл булды, быныn өсөн объектив сәбәп — коронавирус, үлем тураһында 375 яҙма теркәлде. Быйыл 280 кеше баҡыйлыҡҡа күскән. 2022 йылдың 8 декабренә мәғлүмәттәр буйынса 92 пар өйләнеште, 2021 йылдың шул уҡ осоронда 80 кеше никахҡа ингән. Быйыл ЗАГС бүлеге тарафынан айырылышыу тураһында — 59, уҙған йылда 56 акт теркәлгән.
Ирина ФОМИНА әңгәмәләште.
Фото Бишбүләк районы ЗАГС бүлеге архивынан.
Мәҡәләне тулыһынса "Яҡты юлдан" гәзитенән уҡый алаһығыҙ.