Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
17 Декабрь 2022, 08:07

Радий Хәбиров балалы ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 

Радий Хәбиров балалы ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙыРадий Хәбиров балалы ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Радий Хәбиров балалы ғаиләләргә пособие тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие түләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда мохтаж йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм 17 йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн айлыҡ пособиелар билдәләнә. Аҡса алыусылар Башҡортостан биләмәһендә йәшәргә, ә йән башына уртаса килем төбәктәге йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш.

Пособиеға иртә иҫәпкә торған ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ 17 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр дәғүә итә ала.

Түләүҙәр эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленән 50, 75 йәки 100% тәшкил итә.

Республиа Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Башлығы указы республикабыҙ биләмәһендә берҙәм пособие тураһында федераль законды тормошҡа ашырыу өсөн ҡабул ителгән. 2023 йылдың 1 ғинуарынан Пенсия һәм социаль страховкалау фонды берҙәм пособие тәғәйенләй һәм түләй башлай.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас