Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
18 Декабрь 2022, 19:00

Бишбүләктә - спорт секцияһы

Илһам Әхмәтшин Бишбүләк 3-сө дөйөм урта мәктәбендә көрәш буйынса спорт секцияһын асып ебәргән.

Бишбүләктә - спорт секцияһыБишбүләктә - спорт секцияһы
Бишбүләктә - спорт секцияһы

Илаһам Ришат улы физик культура институтын тамамлағандан һуң, тренер булырға ныҡлы ҡарар итә. Быйыл июндә ул «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» сиктәрендә Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зариповҡа район үҙәгендә балаларҙы көрәшкә өйрәтеү буйынса секция асыу проекты менән мөрәжәғәт иткән.
Район хакимиәте бина менән ярҙам иткән һәм ағымдағы йылдың сентябрендә Бишбүләктәге 3-сө мәктәптең спорт залында секция асылған. Дәрестәр өсөн кәрәкле бөтә ҡорамалдарҙы Илһам Әхмәтшин Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса дәүләт программаһы сиктәрендә бүленгән аҡсаға һатып алған.
Көрәш буйынса секция район халҡы араһында бик популяр. Илһам Әхмәтшин етәкселегендә алтмыштан ашыу бала шөғөлләнә. Уның тәрбиәләнеүселәре ноябрҙә төбәк-ара ярыштарҙа еңеү яуланы. 2023 йылда тренер Социаль эшҡыуарҙар реестрына инергә һәм грантҡа ғариза бирергә ниәтләй.

Сығанаҡ: #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир

Бишбүләктә - спорт секцияһы
Бишбүләктә - спорт секцияһы
Бишбүләктә - спорт секцияһы
Автор:
Читайте нас