Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
19 Декабрь 2022, 04:18

Иң оҙон һырғалаҡ

Ағиҙел йылғаһы буйында, «Торатау» конгресс-холынан бер аҙ түбәндәрәк урынлашҡан боҙ һырғалағының оҙонлоғо 800 метрҙан ашыу буласаҡ.

Иң оҙон һырғалаҡИң оҙон һырғалаҡ
Иң оҙон һырғалаҡ

Һырғалаҡ көн һайын эшләй: дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем – көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 9-ға, йома-йәкшәмбе – көндөҙгө 12-нән киске 10-ға тиклем. Үҙеңдең конькиҙарың менән инеү бушлай.

Быйыл ҡыш Өфөлә бөтәһе 31 һырғалаҡ һәм 90 хоккей майҙансығы эшләй, шуларҙың 9-ы – ҡышҡы футбол өсөн (боҙһоҙ). Майҙансыҡтар яҡтыртылған, шуға күрә хоккей яратыусылар кис көнө лә уйнай ала.

Бынан алдараҡ «Башинформ» «Салауат Юлаев»тың «Өфө-Арена» алдында көйәрмәндәр өсөн бушлай һырғалаҡ асыуы хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru

Иң оҙон һырғалаҡ
Иң оҙон һырғалаҡ
Автор:
Читайте нас