

Унан ҡиммәтле магазин еҫләткестәрен ҡулланмайынса ла ҡотолорға була. Кәштәләргә хуш еҫле майшәм, һабын, төбөндә бер-ике тамсы ҡалған хушбуй һауытын һалырға мөмкин.
Шулай уҡ туҡыма киҫәгенә бер нисә тамсы күңелегеҙгә оҡшаған эфир майын тамыҙып һалһағыҙ, кейемегеҙҙәге насар еҫ юҡҡа сығыр. Ошо маҡсатта яңы ғына төйөлгән ҡәһүәне лә ҡулланырға ярай.
***
Аяҡ кейеменән насар еҫ сыҡһа, төнгөлөккә эсенә сода, балалар присыпкаһын йәки активлаштырылған күмер һалырға кәңәш ителә. Шулай уҡ аяҡ кейеменең эсен уксуслы йәки водород перекисына манып алынған мамыҡ менән һөртөргә була. Әгәр еҫле майға аллергия булмаһа, эсенә лимон йә лаванда майын тамыҙырға мөмкин.
***
Машинаға – еҫ биргес. Ойоҡбашҡа бер ус ҡәһүә орлоғо һалып, машинағыҙға ҡуйығыҙ. Ул салонда тәмле еҫ таратып ҡына ҡалмай, насарҙарын, шул иҫәптән тәмәкенекен дә бөтөрә. Ошо уҡ ысул аяҡ кейемендәге насар еҫте бөтөрөргә ярҙам итә.
https://ye102.ru