Бындай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн белгестәрҙең кәңәш-тәҡдимдәре менән танышайыҡ.
Күптәребеҙ тымауҙы аяҡ өҫтө йөрөп үткәрергә күнеккән. Тән температураһы юғары күтәрелһә лә, баш ауыртһа ла, танау еүешләнеп йонсотһа ла артыҡ иғтибар итмәйбеҙ. Әммә ваҡытында дауаланмай йөрөүҙең кире яҡтары ла барлығын аяҡтан йығылғас ҡына аңлайбыҙ. Бындай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһының оториноларингологы Попко Владимир Ивановичтың кәңәш-тәҡдимдәре менән танышайыҡ.
Синусит – танау, тын алыу юлдары менән бәйле иң киң таралған ауырыуҙарҙың береһе. Уның дүрт төрө бар:
1. Гайморит булһа, танауҙың уң һәм һул яҡ өлөштәренә эрен йыйыла;
2. Этмоидитта күҙ алмалары ауырта, күҙҙең тоташҡан урындарын эрен ҡаплай;
3. Фронтит күҙәтелгәндә баштың маңлай өлөшөнә эрен йыйылып, ауыртыу шунда барлыҡҡа килә;
4. Иң ҡурҡынысы - сфеноидит, сөнки баш мейеһе янына йыйыла башлаған эренде тиҙ арала таҙартмаһаң, хәлдең үлем менән тамамланыуы бар.
Синусит күп осраҡта тымау ваҡытында йә унан һуң барлыҡҡа килә. Шуға ла 5–7 көн дауамында танау тонһа, тын алыуы ауырлашһа, баш ауыртһа, баш әйләнһә, насар йоҡлаһағыҙ, кисекмәҫтән табип оториноларингологка мөрәжәғәт итеү фарыз.
Был ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн, әлбиттә, түбәндәге кәңәштәрҙе лә күҙ уңында тоторға кәрәк:
1. Бүлмәләрҙе йышыраҡ елләтегеҙ, дымлы һәм һыуыҡ һауала оҙаҡ йөрөмәгеҙ;
2. Самолетта осҡан саҡта синусит менән яфаланыусыларҙың ауырыуы икеләтә көсәйә, шуға ла юлға сығыр алдынан табип менән кәңәшләшеү хәйерле;
3. Бассейндарҙа һыу инеүҙән баш тартырға кәрәк, сөнки был осраҡта хлорлы һыу ҙа насар тәьҫир итә;
4. Синусит менән ауырығанда, дауаланғандан һуң ике аҙна тирәһе эҫе мунсаға йөрөргә кәңәш ителмәй;
5. Бысраҡ, туҙанлы, тәмәке төтөнө менән тулған бүлмәләрҙә ултырыу ҙа ауырыуҙы көсәйтә;
6. Иң мөһиме - өшөмәҫкә, һыуланмаҫҡа, һауа торошона ҡарап кейенергә һәм үҙегеҙҙе һаҡларға, яратырға онотмағыҙ!
https://shonkar.com