Мандаринда бик күп витаминдар, микро - һәм макроэлементтар, антиоксиданттар, шулай уҡ бәшмәктәр үҫешен кәметеүсе матдәләр, артыҡ холестеринды сығарыусы һәм эсәклеккә яҡшы йоғонто яһаусы аҙыҡ епселдәре бар.
Көҙгө-ҡышҡы осорҙа, вируслы ауырыуҙар ваҡытында мандарин айырыусаа файҙалы. Уның төҫө сағыуыраҡ булған һайын, составында бета-каротин күберәк була. Ә был — иммун системаһы өсөн тәүге ярҙам. Ул йөрәк өсөн дә файҙалы — унда йөрәк мускулдарын нығыта торған калий күп.
Был емеште ашҡаҙан ауырыуҙары, гастрит, юғары әселек булғанда бик һаҡ ҡулланырға кәрәк. Шуныһын да иҫтә тотоғоҙ: ас ҡарынға мандарин ашарға ярамай. Ҡабығын сәйгә һалып эсергә яратыусылар сит илдән килтерелгән мандариндар сәләмәтлеккә зыян килтереүсе төрлө саралар менән эшкәртелеүен дә онотмаҫҡа тейеш. Тышы ялтырап торған емештең ҡабығын ҡулланырға ярамай.
Диетологтар мандаринды сәләмәтлеккә зыян килтермәйенсә көнөнә бер нисәне ашарға кәңәш итә. Улар әйтеүенсә, көнөнә 2-3 мандарин ашарға мөмкин. Әлбиттә, кемдер уны яртышар килограмм ашарға ла мөмкин, әммә был кешенең көнөнә күпме шәкәр ҡулланыуына һәм уның сәләмәтлегенә бәйле.
Фото:.fotokto.ru
kiziltan.ru