Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
22 Декабрь 2022, 11:44

Башҡортостанда битлек режимы ҡайтарыла

Был сирлеләр һаны артыуға бәйле, ти белгестәр.

Башҡортостанда битлек режимы ҡайтарылаБашҡортостанда битлек режимы ҡайтарыла
Башҡортостанда битлек режимы ҡайтарыла

Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар һаны артыу сәбәпле, битлек режимы өлөшләтә ҡайтарыла. Был хаҡта Роспотребнадзорҙың төбәк матбуғат хеҙмәтендә хәбәр ителә.

Роспотребнадзор сәләмәтлек һаҡлау министрлығына, Мәғариф һәм фән министрлығына, Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына өҫтәмә санитар-эпидемияға ҡаршы саралар үткәреү тураһында күрһәтмәләр биргән. Айырым алғанда, эпидемияға ҡаршы саралар үткәреүҙе көсәйтергә, төрлө учреждиеларға инеүҙе контролгә алырға һәм ауырыу билдәләре булған кешеләргә эшләүгә юл ҡуймаҫҡа, дезинфекция саралары һанын һәм елләтеү режимын арттырырға ҡушылған.

Һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты социаль яҡлау учреждениеларында битлек режимы индерелгән, ауыр хәлдәге һәм ятып дауаланған пациенттарҙы ҡараусы кешеләрҙән тыш, балаларҙың һәм өлкәндәрҙең тәүлек буйы булыу учреждениеларындағы пациенттарға килеүселәргә рөхсәт сикләнгән.

Мәктәптәрҙә 20% һәм унан да күберәк балала грипп, ОРВИ һәм коронавирус булған осраҡта, белем биреү ойошмалары етәкселәре уҡыу процесын туҡтатыу тураһында үҙҙәре ҡарар ҡабул итә ала.

Сығанаҡ: ГОРОБЗОР.Ру

Автор:
Читайте нас