Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
22 Декабрь 2022, 10:53

«Ричард» салаты

Был матур салат Яңы йыл табынының бер биҙәге булыр. Рецебы ла бик ябай. 

«Ричард» салаты«Ричард» салаты
«Ричард» салаты

Шулай итеп, был салат өсөн 200 гр һыйыр ите, 150 гр консервалы кукуруз, 50 гр грек сәтләүеге, 3 йомортҡа,  2 картуф, 1 кишер, 1 гранат, тәменә ҡарап тоҙ һәм майонез алына. 

Итте алдан бешереп алығыҙ. Һыуынғас һаламлап турағыҙ. 

 Икенсе кәстрүлдә кишер менән картуфты бешереп алығыҙ һәм ҡабығынан әрсегеҙ. Унан эре ҡырғыстан үткәрегеҙ. 

Йомортҡаны бешереп, ҡабығын әрсегнҙ. Унан шулай уҡ эре ҡырғыстан үткәрегеҙ.

Сәтләүекте духовкала киптереп алығыҙ. 

Был салат ҡатлы-ҡатлы итеп эшләнә. Һәр ҡатҡа майонез һылана. 

Картуф-ит-йомортҡа-кукуруз-сәтләүек-кишер.  Ҡаттарҙы ошо сират буйынса һалғандан һуң, өҫтөн гранат, кукуруз һәм ваҡ итеп туралған йәшел һуған менән биҙәгеҙ. 

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

hakmar.ru

«Ричард» салаты
«Ричард» салаты
Автор:
Читайте нас