

аҡ май (маргарин) - 1 пачка;
ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель) - 1 балғалаҡ;
ванилин - 1 пачка
тоҙ - бер семтем генэ
йомортҡа - 2;
ҡаймаҡ -100 грамм
шәкэр ҡомо - 3 аш ҡалағы,
он 500 грамм (-+)
Эслек әҙерләү:
курага (өрөк емеше) 200/250 грамм;
ҡара емеш 200 грамм;
тәменсә шәкәр ҡомо;
бер аҙ ҡайнаған һыу.
1) он, ҡамыр йомшартҡыс, ванилин һәм тоҙҙо иләк аша үткәрәбеҙ.
2) аҡ майҙы ҡырғыс аша сығарып ҡул менән яҡшылап ыуабыҙ.
3) айырым һауытҡа йомортҡа һытып шәкәр ҡомо менән бергә ҡабартабыҙ, һуңыраҡ ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ ҙә яҡшылап болғатып, онло ҡатнашма менән бергә ҡушып ҡамыр баҫабыҙ.
4) әҙер ҡамырҙы 15/20 минутҡа туңдырғысҡа ҡуябыҙ, ул арала эслек әҙерләйбеҙ.
5) курага менән ҡара емеште иттартҡыстан айырым-айырым сығарабыҙ.
6) емештәргә тәменсә шәкәр ҡомо һалабыҙ (1 аш ҡалағы, күберәк тә мөмкин).
7) 50 грамм ҡайнар һыу һалып болғатабыҙ. Эслегегеҙ ҡуйыраҡ булһа, һыу өҫтәргә лә була. Ҡуйы эслекте йәйеүе ауыр!
8) ҡамырҙы алып өлөштәргә бүләбеҙ, йәйәбеҙ, эслек һалабыҙ. Нисә ҡат итергә теләйһегеҙ, шул ҡәҙәр яһап була. Был ике рәтле булды.
9) пирогтың өҫтөн ҡаплағас ситтәрен матур итеп бөгөп сығабыҙ, уртаһын сәнске ярҙамында биҙәйбеҙ.
10) 180 градуслы духовкада 40-50 минут бешерәбеҙ.
Сәйҙәгеҙ тәмле булһын!