Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
22 Декабрь 2022, 11:39

Йәшерен дошман йәки электрон тәмәке тураһында

Табиптар үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең вейптар менән мауығыуы артыу сәбәпле саң ҡаға.

Йәшерен дошман йәки электрон тәмәке тураһындаЙәшерен дошман йәки электрон тәмәке тураһында
Йәшерен дошман йәки электрон тәмәке тураһында

Вейп – хуш еҫле тәмәке шыйыҡсаһы тултырылған электрон сигаретты хәтерләткән приборҙан ғибәрәт. Һуңғы ваҡытта йәштәрҙә был мауығыу айырыуса күмәк төҫ ала.
Был ҡоролма бер нисә йөҙ һыуырыуға иҫәпләнгән, унан һуң уларҙы ташлайһы ғына ҡала. Тәмәкенән айырмалы,  бер тапҡыр файҙаланылыусы вейп сифатына бер ниндәй ҙә контроль юҡ.
Табиптар әйтеүенсә, вейп тартыу ҡан баҫымы күтәрелеүгә, миокард инфаркты, инсульт барлыҡҡа килеүгә килтерә. Электрон тәмәке ҡулланыу һөҙөмтәһендә үпкәләргә килгән зыянды “вейп  ауыруы” тип атайҙар. Ул бактерияларға мөнәсәбәте булмаған пневмонияға, ауыр киҫкен тын юлдары ауырыуҙарының береһе – бронхитка әүерелергә мөмкин.
Вейп – ул ингалятор, уның эсендәге шыйыҡса ҡайнап сығып, пар хасил була, ул пропиленгликоль, глицерин һәм күп төрлө хуш еҫле химия өҫтәмәләренән ғибарәт. Был парҙа ағыулы диацетил, аммиак, хлор, көкөрт оксиды етерлек. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын тарҡатыусы никотинлы шыйыҡсалар ҙа бар. Яңы заман вейпларының уйлап табыусыһы булып ҡытай фармацевты Хон Линк һанала. Тап бына ул составында никотин булған шыйыҡлыҡтың парға әйләнеүе өсөн ультратауыш ҡулланырға тәҡдим итә. Электрон тәмәкелә тәмәке япраҡтары юҡ, шулай ҙа күбеһендә никотин бар. 

Йәштәрҙең күбеһе коронавирус инфекцияһы кисергән. Улар өсөн вейп менән шаярыу артабан бронх һәм үпкәгә зыян килеү менән тамамланырға мөмкин. Тын ҡыҫылыу, йүтәл, үпкәләге ауырлыҡ, биҙгәк тотоу, арығанлыҡ һ.б. ауырыуҙарҙың рентген һүрәте альвеолалар зарарланыуын күрһәтә. Өҫтәүенә, был шаҡтай сәләмәт ир һәм ҡатындарға ла хас күренеш. Бронхтарында, үпкәһендә тайпылыштар булған һәм тәмәкенән вейпҡа күсергә ҡарар иткән кешеләр иһә үҙ организмы тарҡалыуын тиҙләтә генә. Сөнки бер вейп-ингаляциялағы зарарлы химия матдәләре тупланмаһы 15-20 ябай тәмәкеләгегә тиңләштерелә.

Вейптарҙың ни дәрәжәлә зарарлы икәнлеген хатта ата-әсәләр ҙә аңлап бөтөрмәй. Улай ғына ла түгел, ҡайһы берҙәре, киреһенсә, ысын тәмәке тартҡансы, шуны ҡулланһындар, тиҙәр. Әммә вейптар ябай тәмәке тартыуға ҡарағанда ла зыянлыраҡ. Ябай тәмәкенең күп өлөшө үҫемлектән торһа, электрон тәмәке – синтетик әйбер. Ул бик тиҙ тәьҫир итеп, тиҙ арала ҡанға һеңә. Бер вейпты бер юлы бер нисә кеше ҡулланғанда, төрлө инфекция, әйтәйек, шул уҡ туберкулез таяҡсыҡтары ла эләктерергә мөмкин. Үҫмерҙәр бергә йыйылып, нәҡ ошо ысул менән ҡулланалар ҙа инде уны. Табиптар организмға эләккән инфекцияны көслө антибиотиктар ярҙамында ла еңеп булмауын иҫкәртә. 

Электрон тәмәке составында нимәләр булыуы һәм уларҙың күпме күләмдә булуы ла билдәһеҙ. Күбеһендә ни етештереүсе, ни составы тураһында мәғлүмәт юҡ. Төрлө вейптар, уларҙың шыйыҡсалары бер ниндәй тикшеренеүҙәр үткәрелмәйенсә һатыуға сығарыла.

Европа һәм Азиянең күп илдәре вейп һатыуға сикләүҙәр индерҙе. Аргентина һәм Бразилия ла уны һатыуҙы, рекламалауҙы бөтөнләй тыйҙы. Бельгия, Канада, Нидерланд, Австралия һәм Дания кеүек илдәрҙә лә уны һатыу рөхсәт ителмәй. Таиландта электрон тәмәке һатыусы тотолһа, иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә электрон сигареттар, улар өсөн шыйыҡлыҡты һатыу рөхсәт ителә. РФ Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин 15 декабрҙән электрон сигареттар — вейптар һәм улар өсөн шыйыҡлыҡты мәжбүри маркировкалау тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Вейп бәлиғ булмағандар организмына ҙур зыян килтерә, уларға дөрөҫ үҫергә ҡамасаулай, киләсәктә күп кенә ҡурҡыныс сирҙәр барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын арттыра. Был хаҡта һәр кем белергә тейеш. Шуға ла электрон тәмәкенең зарары юҡ, тип уйлаусылар бик ныҡ яңылыша. Сәләмәт йәшәүгә ни етә?!

tatvestnik-t.ru

 

Йәшерен дошман йәки электрон тәмәке тураһында
Йәшерен дошман йәки электрон тәмәке тураһында
Автор:
Читайте нас