

Яҡтарҙың фекер алышыуҙарында прокуратура 13 йылға иректән мәхрүм итеүҙе һәм һәләк булыусыларҙың туғандарына әхләҡи зыян өсөн компенсация һорағайны. Ә һуңғылары 15 йыл колония һәм 10 миллион һум компенсация биреүҙе талап итте.
Марс Ғөзәйеров үҙе һуңғы һүҙендә ғәйебен тулыһынса танығанын, тәүбә итеүен белдергән. Ғәйепләнеүсе шулай уҡ һәр төн үлгән ҡыҙҙар төшөнә кереүен әйтә. Адвокаты судтан Ғөзәйеровҡа ҡарата йомшаҡ хөкөм ҡарарын һәм мораль зыян өсөн компенсация күләмен кәметеүҙе һораған.
Бынан тыш, адвокат СИЗО-ла ғәйепләнеүсе үҙен-үҙе үлтерергә маташыуын белдергән.
Суд Ғөзәйеровты 13 йылға дөйөм режимлы колонияға оҙатты.
Фото: башинформ.