Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
23 Декабрь 2022, 12:02

Посылкаларҙың яңы партияһы тапшырылды

Украинала махсус хәрби операцияға мобилизацияланған яҡташтарға гуманитар ярҙам күрһәтеү арта.

Посылкаларҙың яңы партияһы тапшырылдыПосылкаларҙың яңы партияһы тапшырылды
Посылкаларҙың яңы партияһы тапшырылды

Йәмәғәт ойошмалары, берләшмәләр һәм коллективтар эщсәнлеген координациялаy буйынса, шулай уҡ Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы мобилизацияланған яҡташтарға гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса теләге булған барлыҡ граждандар менән эшләүсе М.Шаймуратов исемендәге ирекмәндәр штабы «Берҙәм Рәсәй» Бөтә рәсәй сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе ҡаршыһында ойошторолды. Бында сентябрҙә Бишбүләк районынан саҡырылған «шаймуратовсылар» hәм «доставаловмсылар» армия батальондарына беренсе кәрәк-яраҡтар, шәхси гигиена, йылы әйберҙәр hәм аҙыҡ-түлек продукттары менән посылкалар әҙерләп ебәрелә. Шундай уҡ эште Бәләбәй «Ғаилә» идараһының Бишбүләк районындағы ғаилә хеҙмәте базаһында мобилизацияланғандарға район логистика үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә башҡара. Был социаль маҡсатлы әйберҙәрҙең ассортименты киң, унда шифалы бал бар. Яҡташтарыбыҙға посылкаларҙың беренсе адреслы ебәрелеүе быйыл 6 декабрҙә булды. Барлык посылкаларҙағы әйберҙәр ҙә бер төрлө: ойоҡбаш-бирсәткәләр, шапкалар, гигиена кәрәк-яраҡтары, тушенка, пакетлы сәй, конфеттар, махсус һауытта бал h.б. Логистик үҙәктә шулай уҡ Яңы йыл алдынан яңы посылкалар ебәреү буйынса әүҙем  эш бара. Ирекле иғәнәләрҙең күпләп килеүе дауам итә. «Аҡ ҡалфаҡ» халыҡ татар фольклор ансамбле hәм шул ук исемдәге «Аҡ ҡалфаҡ» исемле татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте «#СвоихНеБросаем!» слоганы аҫтында үҙәккә бинт, лейкопластырь, кәнфит, шоколад, сәй, кофе, печенье, тушенка, балыҡ консервалары, аш йыйылмаһы һәм хатта һалдат хаттары яҙыу өсөн ручкалар йыйылмаһы алып килде. Ә Калиновка ауылынан Анатолий Андреев алдан һауыттарға һалып, үҙ умарталығынан 30 килограмм бал килтергән. Шулай уҡ Сухоречка ауыл Советы умартасыларының — Ғәббәсовтар, Николай Пряхин hәм Валерий Овсянников ғаиләләренең уртаҡ эшкә индергән өлөшөн билдәләп үтергә кәрәк. Бишбүләк райпоһы коллективы Украинаға ҙур тартма менән һарымһаҡ, гигиена кәрәк-яраҡтары, йылытылған водолазкалар, йылы эске кейем, ойоҡбаштар, бирсәткәләр hәм шәкәр оҙатырға әҙерләгән. Бындай акцияларҙан ситтә ҡалмаусы Валерий Исаев ҡышҡы йылы салбар (6 дана) алып килгән.

Владимир Смолов. 

Мәҡәләнең тулы варинатын “Яҡты юлдан” гәзитендә уҡығыҙ.

 

Посылкаларҙың яңы партияһы тапшырылды
Посылкаларҙың яңы партияһы тапшырылды
Автор:
Читайте нас