Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
23 Декабрь 2022, 13:44

Республика Башлығы ла, "атай" ҙа

Радий Хәбиров 2022 йыл йомғаҡтары буйынса биргән интервьюһында ғаиләһе һәм улдары тураһында ла һөйләне.

Республика Башлығы ла, "атай" ҙаРеспублика Башлығы ла, "атай" ҙа
Республика Башлығы ла, "атай" ҙа

"Мин эшкә киткәндә улдарым йоҡлай әле, ҡайтканда инде йоҡларға ятҡан була. Аралашыу өсөн ял көнө бар, йәиһә ҡайһы бер саҡта бер баламды, йәки икенсеһен кисен миңә эшкә килтереүҙәрен һорайым. Төпсөк улым миңә "атай" ти һәм был миңә бик оҡшай. Ҙур улым Фәрит менән бөтә нәмә тураһында һөйләшәбеҙ, мин уның йәшенә ҡарамайым. Күптән түгел республикаға килеп киткән бер танылған спортсының шаярыу ҡатыш әйткән һүҙҙәре иҫемдә ҡалды: "Ғаиләлә бер генә хужа булырға тейеш". Шуға күрә был яҡтан минең тылым бик ышаныслы, миңә өйҙә рәхәт. Мин - бәхетле кеше, яратҡан ҡатыным һәм бик һәйбәт балаларым бар", - тине Радий Хәбиров.

https://kiziltan.ru

Республика Башлығы ла, "атай" ҙа
Республика Башлығы ла, "атай" ҙа
Автор:
Читайте нас