Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
24 Декабрь 2022, 06:52

Яңа йыл табынына биш төрлө салат рецебы

Ҡатлы салаттарға, биш рецепта ла һәр ҡат һайын шаҡмаҡлы эҙ яһап майонез һыларға кәрәк.        

Яңа йыл табынына биш төрлө салат рецебыЯңа йыл табынына биш төрлө салат рецебы
Яңа йыл табынына биш төрлө салат рецебы

«Елкән» салаты өсөн:

ыҫланған тауыҡ ите, корейча кишер, кукуруз, йомортҡа, чипсы, майонез кәрәк була. 

Был ҡатлы салатка ингредиенттарҙы яҙылған тәртиптә һалырға һәм һәр ҡат һайын майонез һыларға. Ә чипсыны ваҡларға һәм табынға сығарыр алдынан ғына һалырға кәрәк.

«Ананаслы салат» өсөн:

 тауыҡ түше ите, йомортҡа, ҡаты сыр, консерваланған ананас, әстерхан сәтләүеге, майонез.

Тауыҡ итен бешергәс һаламлап турарға йәки алдан турап, тәмләткестәр ҡушып, табала ҡыҙҙырып алырға.

Ингредиенттарҙы яҙылған тәртиптә һалырға һәм һәр ҡатына майонез һыларға, иң өҫкө ҡатта сәтләүек буласаҡ.

«Патшабикә» салаты өсөн: бешкән һыйыр ите, майҙа ҡыҙҙырылған һуған, корейса кишер, төшһөҙ ҡара емеш, әстерхан сәтләүеге, майонез.

Итте, ҡара емеште һәм сәтләүекте турарға кәрәк. Уна һуң барлыҡ ингредиенттарҙы шул тәртиптә һалып, ҡатлап яһарға.

«Ҡайынҡай» салаты өсөн: шампиньон бәшмәге (маринадланғаны ла ярай), һуған, тауыҡ ите, ҡара емеш, йомортҡа, яңы өҙөлгән ҡыяр, ҡаты сыр, майонез.

Шампиньонды турарға, һуғанды вағыраҡ итеп турарға һәм үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Тауыҡ итен, ҡара емеште һәм ҡыярҙы һаламлап турарға, сырҙы ҡырғыстан ҡырырға.

«Тиффани» салаты өсөн: ыҫланған тауыҡ ите, әстерхан сәтләүеге, ҡаты сыр, виноград.

Тауыҡ итен шаҡмаҡлап турарға, сәтләүекте вағыраҡ итеп турарға, сырҙы эре ҡырғыстан ҡырырға, виноградты урталай киҫергә, һәм төштәрен алырға, салаттың иң өҫтөнә теҙергә.

Аш-һыу блогеры Илүзә Хөснетдинова.

http://baltaci.ru

Яңа йыл табынына биш төрлө салат рецебы
Яңа йыл табынына биш төрлө салат рецебы
Автор:
Читайте нас