Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
26 Декабрь 2022, 05:38

Ҡыш бабай ҡунаҡтар көтә

Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы үҙ эшен башланы. Был хаҡта социаль селтәрҙә ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итә.

Ҡыш бабай ҡунаҡтар көтәҠыш бабай ҡунаҡтар көтә
Ҡыш бабай ҡунаҡтар көтә

2023 йылдың 14 ғинуарына тиклем көн һайын иртәнге сәғәт 12-нән киске 9-ға тиклем төп яңы йыл тылсымсыһы һәм уның командаһы Ағиҙел йылғаһы буйында барлыҡ теләүселәрҙе ҡаршы ала. Ә 31 декабрҙә резиденция төнгө сәғәт 2-гә тиклем эшләйәсәк. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы болан көтә, ҡыҙыҡлы интерактив программа һәм фотозоналар әҙерләнгән.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, унда 800 метр оҙонлоҡтағы һырғалаҡ урынлашҡан.

shonkar.com

Ҡыш бабай ҡунаҡтар көтә
Ҡыш бабай ҡунаҡтар көтә
Автор:
Читайте нас