+28 °С
Болотло


Фондтың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, һүҙ ғинуарҙың тәүге яртыһында пенсия алған пенсионерҙар хаҡында бара.
«12-һендә кредит учреждениелары аша пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәр алыусыларға 2023 йылдың ғинуары өсөн аҡса ваҡытынан алда — 2022 йылдың 29 декабрендә күсерелә», — тип өҫтәнеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.
Почта бүлексәләрендә пенсия алыусыларға ул график буйынса 2023 йылдың 3 ғинуарынан башлап таратыла. Аныҡ ваҡыты декабрь өсөн квитанцияла яҙылған.