Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
28 Декабрь 2022, 06:43

Шыршы энәләре ҡойолмаһын тиһәгеҙ…

Яңы йыл символын нисек оҙағыраҡ һаҡларға?

Шыршы энәләре ҡойолмаһын тиһәгеҙ…Шыршы энәләре ҡойолмаһын тиһәгеҙ…
Шыршы энәләре ҡойолмаһын тиһәгеҙ…

Шыршыһыҙ Яңы йыл буламы инде? Бигерәк тә балалар был байрамды түҙемһеҙләнеп көтә. Урман ҡупшыҡайы үҙенең хуш еҫе, матурлығы менән һушты алһа, бер аҙна үтеүгә энәләрен ҡоя ла башлай.  Яңы йыл символын нисегерәк оҙағыраҡ һаҡларға?

Шыршы биҙәр алдынан уны бер аҙ тоҙ, шәкәр, бер- ике аспирин төймәһе һалынған һыулы биҙрәгә ултыртығыҙ.

Шыршы ултыртырға ағас крестовинаны ҡулланығыҙ.  Ағасты глицерин иҙмәһендә тотоп алығыҙ. Шунан һуң ҡырҡылған урынына иретелгән шәм һылағыҙ. Әгәр ҙә шыршығыҙҙың өйөгөҙҙө оҙағыраҡ йәмләүен теләһәгеҙ, олонон бер аҙ урталай ҡырҡып, һыулы йөн сепрәк тығығыҙ. Уны һыу менән сылатып торорға онотмағыҙ.

Фото: letsgophotos.ru

ye102.ru

Шыршы энәләре ҡойолмаһын тиһәгеҙ…
Шыршы энәләре ҡойолмаһын тиһәгеҙ…
Автор:
Читайте нас