Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
29 Декабрь 2022, 06:07

Яңы йылға - бурысһыҙ

Яңы йылға тиклем бурыстарығыҙҙы бирегеҙ, барыһы ла үҙ хужаларына ҡайтырға тейеш - аҡсалар, әйберҙәр, хатта күршегеҙҙән алып торған һауыт-һабалар ҙа. 

Яңы йылға - бурысһыҙЯңы йылға - бурысһыҙ
Яңы йылға - бурысһыҙ

 

  • Барыһын да ғәфү итегеҙ. Киләһе йылға негативты алып китмәгеҙ. Улар бәхетһеҙлеккә килтерер.

  • Артыҡ әйберҙәрҙе ташлағыҙ. Өйөгөҙҙән генә түгел, башығыҙҙан да. Юҡһа киләһе йылда яңы әйберҙәр, матур кейемдәр һатып ала, күңелегеҙҙе яҡты хәтирәләр менән тулыландыра алмаҫһығыҙ.
  • Табынға артығын әҙерләмәгеҙ. Байрам өҫтәле ризыҡтарын өс көн эсендә ашап бөтөргә кәрәк һәм артығын ташларға ярамай.
  • Өйөгөҙҙө йыйыштырығыҙ. Яңы йыл төнөндә сүп-сар ташламағыҙ. Уның менән бергә өйөгөҙгә ингән бәхетте кире сығарырһығыҙ.
  • Бурысҡа аҡса бирмәгеҙ. Әгәр туғандарығыҙ, йәки дуҫтарығыҙ 31 декабрҙә аҡса һораһа, итәғәтле генә итеп кире ҡағығыҙ. Юғиһә киләһе йылда аҡсағыҙ булмаҫ.
  • Яңы йыл төнөндә күргән төштө хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ. Иҫке йыл беҙҙең менән төштәр аша аралаша һәм ул һеҙгә тормошта кәрәкле кәңәш, ыш-ишара бирергә мөмкин.
  • Әгәр өйөгөҙҙә конфликттар һәм аңлашылмаусанлыҡтар бар икән, байрам табынының өҫтәл аяҡтарын бәйләгеҙ.
  • Байрам төнөндә азарт уйындар уйнамағыҙ. Был киләһе йылда һеҙгә килем килтермәҫ. Иң яҡшыһы - ғаилә менән күңелле уйындар уйнау, йомаҡтар сисеү, йырлап-бейеп күңел асыу.

2023 йылға ырымдар

  • Ҡуян йылы сәйәхәт итеү һәм яңы белем алыу өсөн уңышлы. Отпускығыҙҙы өйҙә, ғәҙәти шарттарҙа үткәрмәгеҙ, үҙегеҙгә сюрпиз эшләп, бығаса булмаған ерҙәргә барығыҙ. Әммә сәйәхәтегеҙҙең һәр ваҡ-төйәгенә тиклем алдан планлаштырығыҙ.
  • Киләһе йыл торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү өсөн уңайлы.
  • Хәтерегеҙҙән сығармағыҙ, Яңы йылға бер ниндәй бурыстарһыҙ инеү зарур. Был айырыуса займдарҙы, төрлө иҫәп-хисаптарҙы түләүгә ҡағыла.
  • ural-rb.ru

 

Яңы йылға - бурысһыҙ
Яңы йылға - бурысһыҙ
Автор:
Читайте нас