

Йондоҙнамә менән мауығыу беҙҙең тормышҡа шул ҡәҙәр үтеп инде, ирекһеҙҙән, астрологтарҙың фараздарына ышана башлайһың. Бына 2023 йыл Ҡара Һыу Ҡуяны йылы, тип иғлан ителде. Һәм ул хәҙер беҙҙең төп Геройыбыҙ!
— Беҙ йорт ҡуяндарын үрсетеү менән 2013 йылда етди мауығып киттек, — ти татыу ғаилә башлығы Сухоречка ауылынан Риназ Имаметдинов. — Тормош иптәшем Римма Рәмзил ҡыҙы менән беҙҙең ике көслө һәм тырыш улыбыҙ үҫеп килә ине. Ни генә тиһәң дә — эшләйҙәр. Уларҙы бала саҡтан уҡ хеҙмәткә hәм йорт хайуандарын яратырға өйрәтергә кәрәк. Һәм эш урынынан ҡуҙғалды!
Оҙаҡламай Сухоречка ҡуян үрсетеүселәре был һөйкөмлө оҙон ҡолаҡлы йомшаҡҡайҙарҙың баш һаны ике йөҙгә етә. Йәйге осорҙа бар ғаилә дүрт аяҡлы йорт хайуандары өсөн хуш еҫле бесән әҙерләгән һәм Каменка урмандарына үҙ кимереүселәре өсөн япраҡ аҙыҡ әҙерләргә барғандар. Урындағы фермерларҙан етeрлек һоло һатып алғандар.
— Беҙ ҡуяндарҙы башта һатыу өсөн түгел, үҙебеҙ өсөн, буш ваҡытыбыҙҙы үткәреү өсөн тоттоҡ, — тип һүҙен дауам итә Риназ Рәжәп улы. — Һоро гигант тоҡомло ҡуяндар үҫтерәбеҙ. Калифорния нeәҫеленән аҡ ҡуяндар ҙа бар. Балалар үҫте, тормош иптәшем урындағы урта мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, ә үҙем — нефтсе-быраулаусы. Оҙонҡолаҡтарҙың һанын бер аҙ кәметергә тура килде. Ләкин ғаиләлә тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ биреүсе ҡуяндарҙы артабан да үҫтерәсәкбеҙ. Уларҙан ҡала, беҙҙә попугай Асель, ау эте Тайсон hәм өс бесәй — Барсик, Дымок hәм Персик бар. Һүҙ уңайында, ҡуян hәм бесәйҙең көнсығыш иерогли
фы бер үк. Был хайуандар күп яҡтан оҡшаш. Шуға күрә беҙ тегеләрен дә, быларын да бик яратабыҙ! Барлыҡ йорт хайуандары өсөн мин авторитет булып торам. Улар барыһы ла мине аяҡ тауышынан таный.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотоһы.