Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
1 Ғинуар 2023, 16:28

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы өс эсемлек

Быны әҙерләү өсөн ярты лимондың һутын һығып сығарып, ҡайнар һыуға ҡойоғоҙ.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы өс эсемлекҠатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы өс эсемлек
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы өс эсемлек

ЛИМОНЛЫ ЙЫЛЫ ҺЫУ
Был эсемлек артыҡ кәүҙә ауырлығын кәметергә, организмдан токсиндарҙы сығарырға, иммунитетты, тән тиреһен һәм ашҡаҙанды яҡшыртыға ярҙам итә.
Сәбәбе ― туҡлыҡ гармоны булған лептинда. Әгәр был баланс боҙолһа, организм май ҡатламын йыя башлай.
Әҙерләү өсөн ярты лимондың һутын һығып, ҡайнар һыуға ҡойоғоҙ. Бер аҙ һыуығас, бер тынала эсегеҙ. Әйткәндәй, көндө ҡәһеүә урынына ошо эсемлектән башлаһағыҙ, үкенмәҫһегеҙ.

ҠУРАЙ ЕЛӘГЕ ЯПРАҒЫНАН СӘЙ ҡатын-ҡыҙ организмы өсөн иң файҙалыһы. Ул инәлекте (матканы) нығыта, шуға ла менструация циклы нормалаша. Ауырлы ҡатындар өсөн ныҡ файҙалы. Климаксты ла еңел үткәрергә ярҙам итә. Шулай уҡ был сәй дәртте
арттыра, хатта ҡәһеүәне алыштырыу көсөнә эйә. Уны көнөнә өсәр стакан эсһәгеҙ, гормондар үҙ урынында булыр.
Бер аш ҡалағы ҡурай еләге япрағын (кипкәне лә бара) 200 мл ҡайнар һыу менән 10 минут төнәтәләр.
Иҫкәрмә: был сәйҙе ятыр алдынан эсергә ярамай.

КУРКУМАЛЫ ҺӨТ ― Аюрведтың билдәле рецебынан алынған. Уны шулай уҡ «алтын һөт» тип тә йөрөтәләр. Иммунитетты нығыта, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, һыуыҡ тейгәндә ярҙам итә.
200 мл ҡайнар һөткә ярты балғалаҡ куркума ҡушып болғатығыҙ. Тәменә ҡарап бал ҡушырға ла була. Был һөттө төнгә ҡарай эсергә кәңәш ителә.
Һау-сәләмәт һәм матур булығыҙ! Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

kungak.ru

Автор:
Читайте нас