Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Новости
1 Ғинуар 2023, 16:58

Тәүге сабыйҙар тыуҙы

вРеспубликала Яңы йыл төнөндә һигеҙ малай һәм алты ҡыҙ донъяға килгән.

Тәүге сабыйҙар тыуҙыТәүге сабыйҙар тыуҙы
Тәүге сабыйҙар тыуҙы

“Был сабый 2023 йылдың 1 ғинуарында 00.40 сәғәттә республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып тыуған.

Ҡыҙ һау-сәләмәт, 3240 грамм тарта, буй оҙонлоғо 51 сантиметр. Республиканың перинаталь үҙәгендә донъяға килгән. 

Ҡыҙҙың ата-әсәһе – Нефтекаманан Айгөл һәм Денис Боковтар. Ғаиләлә икенсе бала, өлкән улдарына 3,5 йәш.

Яңы йыл төнөндә Башҡортостанда бөтәһе 14 сабый – һигеҙ малай һәм алты ҡыҙ тыуған”, – тип бүлеште үҙенең сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/wall413272232_948218

 

 
Автор:
Читайте нас