Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
1 Ғинуар 2023, 17:11

Йомшаҡ ҡуян тотороҡлолоҡ вәғәҙәләй

Ҡуян йомшаҡ, наҙлы йәнлек. Бер аҙ хәйләкәр ҙә, ул үҙен һаҡлау өсөн уның хатта осло тырнаҡтарын да эшкә ҡуша ала. Астрологтар фекеренсә 2023 йыл ғаилә бәхете, игелек һәм тыныс, матур мөнәсәбәттәр алып киләсәк. 

Йомшаҡ ҡуян тотороҡлолоҡ вәғәҙәләйЙомшаҡ ҡуян тотороҡлолоҡ вәғәҙәләй
Йомшаҡ ҡуян тотороҡлолоҡ вәғәҙәләй

Был йылда туған-тыумаса, ғаилә ағзалары менән ыҙғышталаштар булмаҫҡа тейеш. Һәр кешенең иғтибары ғаиләһенә, һөйгән йәренә йүнәлгән булһа, бик яҡшы. Киләһе йыл яңы белем алыу, сәйәхәттәр өсөн яҡшы буласаҡ. Йорт, фатир мәсьәләләрен дә хәл итеү өсөн – Ҡуян йылы уңайлы ваҡыт. Һәр яңы йылды ҡаршылар алдынан беҙ мөғжизәгә нығыраҡ ышанабыҙ. Әйҙәгеҙ, түбәндәге юрауҙарға күҙ һалайыҡ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Һыу ҡуяны йылы ҡуҙылар өсөн уңышлы һәм һөҙөмтәле булмаҡсы. Шуға күрә ғәйәт ҙур пландар ҡороуға тотонорға мөмкин. Үҫеш өсөн күп яңы мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк. Эш урынығыҙҙы алыштырыуығыҙ ихтимал. Уйлағандарығыҙ тормошҡа ашыр, үҙгәрештәр тик яҡшыға ғына булыр. Яңғыҙҙар үҙ парҙарын табып, ғаилә ҡорор. Йыл тыныс буласаҡ, проблемалар булһа уларҙы хәл итерһегеҙ.

Буға (21.04 – 21.05)

Йыл һеҙҙең өсөн артыҡ тыныс үтмәҫ, шулай ҙа, ярайһы уҡ уңышлы һәм тотороҡло булыр. Бик күп ыңғай мәлдәр көтә - тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә уңыш йылмайыр.
Йыл хужаһы тотороҡлолоҡҡа һәм именлеккә иҫәп тота ала. Эштәрегеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ. Аҡсағыҙҙы йыйып сәйәхәткә юллана алаһығыҙ. Ныҡышмалылыҡ һәм
эшһөйәрлек теләгән һөҙөмтәгә ирешергә ярҙам итәсәк.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)

Игеҙәктәрҙең тау әйләндерерлек көс-ҡеүәте ташып торор. Улар башкөлләй уңыш диңгеҙенә сумырға әҙер. Еңел генә икенсе эш таба алырҙар. Карьера буйынса алға китеште көтөргә лә була. Тыйнаҡ булырға тырышығыҙ. Үҙ үҫешегеҙгә, уҡыуға, эшкә күберәк иғтибар бүлегеҙ. Һаулыҡҡа иғтибар бирергә онотмағыҙ. Тормоштары һәр
ваҡыттағыса ваҡиғалар менән тулыланыр.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Һыу стихияһы вәкилдәре өсөн артыҡ үҙгәрештәр көтөлмәй. Шулай ҙа тырышҡанда, уңыш улар яғында булыр. Маҡсаттарға ирешеү өсөн ең һыҙғанып эшләргә тура киләсәк. Яңы йылда был билдә аҫтында тыуғандарҙы байтаҡ эштәр көтә. Һаҡ булығыҙ. Көслө хеҙмәтегеҙ менән генә уңышҡа өлгәшә аласаҡһығыҙ. Йыл аҙағында ҙур бүләк алырһығыҙ. Йәки “тимер ат”лы булырһығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)

Арыҫландар өсөн йыл ҡыҙыҡлы танышыуҙар һәм ваҡиғалар менән тулыланасаҡ. Улар, ниһайәт, үҙҙәренең һәләтен күрһәтеп, халыҡтың иғтибарын яулауы мөмкин. Бөтә эштәрҙе башҡарып сығыуҙан тыш, Арыҫландарҙың шәхси тормошҡа ла ваҡыттары ҡала. Тәүге ярты йыллыҡта төрлө мөһим эштәр сығып торор, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға тура килер.

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)

Бай йөкмәткеле йыл вәғәҙә ителә. Быйыл алдағы пландарығыҙ өсөн нигеҙ һалырға кәрәк. Айырыуса матди хәлегеҙҙе нығытыуға, яңы кешеләр менән танышыуға һәм бизнес-контракттар төҙөүгә баҫым яһағыҙ. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Шулай ҙа сит-ят кешеләргә серҙәрегеҙҙе һөйләп бармағыҙ. Мауыҡтырғыс сәйәхәттән дә баш тартырға ашыҡмағыҙ.

Үлсәү (21.09 – 23.10)

Киләһе йыл үлсәүҙәр өсөн тыныс килә. Күп көс талап иткән көтөлмәгән ваҡиғалар булыуы мөмкин. Бының өсөн ғәҙәти “уңайлы зона”нан сығырға тура киләсәк. Эштә һеҙҙе үрләтеүҙәре ихтимал. Бер аҙ тырышлыҡ һәм
көс һалғанда, тәү ҡарашҡа ысынбарлыҡҡа ашмаҫтай тойолған уй-ниәттәрегеҙҙе лә тормошҡа атҡарырһығыҙ. Ташып торған көс-ҡеүәтегеҙҙе тик ыңғай юҫыҡҡа йүнәлтегеҙ.

Саян (24.10 – 22.11)

Киләһе йыл Саяндар өсөн ысын бүләк буласаҡ. Ҡуян уларға тыныслыҡ вәғәҙә итә. Шуның менән бергә алда мауыҡтырғыс ваҡиғалар көтә. Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмағыҙ,
әммә үҙегеҙҙе һаҡ тотоғоҙ. Хеҙмәт урынында эш хаҡының артыуына иҫәп тота алаһығыҙ. Балаларығыҙға иғтибар бүлергә онотмағыҙ. Үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Уларға уңыш юлдаш буласаҡ.

Уҡсы (23.11 – 21.12) 

Һеҙҙе күп сағыу тәьҫораттар көтә, әммә тормошоғоҙҙағы етди үҙгәрештәргә иҫәп тотмағыҙ. Ғаиләгеҙ ишләнер. Хаталарҙы төҙәтергә, барыһын да таҙа биттән башларға кәңәш ителә. Бөтә башланғыстар ҙа, ҙур тырышлыҡ һалһаң, уңыш килтерә. Хеҙмәт һәм ныҡышмалылыҡ алдағы йылда ла ярҙам итер. Уҡсылар иң изге хыялдарын тормошҡа ашыра аласаҡ. 

Ылаҡ (22.12 – 20.01)

Ғаилә һәм эш даими иғтибар талап итәсәк. Сәйәхәттәр планлаштырырға йәки ремонт менән шөғөлләнергә мөмкин. Ғаилә килем-сығымын алдан планлаштырып, ваҡ-төйәккә күп аҡса түкмәһәгеҙ, аҡса янсығығыҙ буш тормаҫ. Тыйнаҡ булырға тырышығыҙ. Үҙ үҫешегеҙгә, уҡыуға, эшкә күберәк иғтибар бүлегеҙ. Һаулыҡҡа иғтибар бирергә онотмағыҙ.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)

Йыл бөтә өлкәләрҙә лә имен булырға вәғәҙәләй. Һыуғоярҙың тәбиғи ныҡышмалылығы быға булышлыҡ итә. Көсө һәм энергияһы етәрлек буласаҡ. Яҡындар менән яҡшы мөнәсәбәт һаҡлау һәм яңы дуҫтар табыу мөһим. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Дуҫтарығыҙға иғтибар бүлергә онотмағыҙ. Шулай ҙа сит-ят кешеләргә серҙәрегеҙҙе һөйләп бармағыҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)

Балыҡтарҙы киҫкен үҙгәрештәр көтмәй. Дөйөм алғанда, барыһы ла үҙегеҙ теләгәнсә барасаҡ. Йорт ҡуяны йылында мәшәҡәттәр аҙ булмаҫ, әммә һөҙөмтәһе лә булыр. Был йылда оҙайлы ваҡытҡа пландар ҡорорға мөмкин. Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмағыҙ, әммә үҙегеҙҙе һаҡ тотоғоҙ. Хеҙмәт урынында эш хаҡының арттыуына иҫәп тота алаһығыҙ. Балаларығыҙға иғтибар бүлергә онотмағыҙ.

Автор:
Читайте нас