Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
2 Ғинуар 2023, 10:21

Киләһе йылдарҙа 140 мәктәп ремонтланасаҡ

Был эш өсөн 7,9 миллиард һум тотоноласаҡ.

Киләһе йылдарҙа 140 мәктәп ремонтланасаҡКиләһе йылдарҙа 140 мәктәп ремонтланасаҡ
Киләһе йылдарҙа 140 мәктәп ремонтланасаҡ

Был эш өсөн 7,9 миллиард һум тотоноласаҡ. Ошо турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров күптән түгел муниципалитеттар етәкселәре менән орашыуҙа белдерҙе.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Мәғариф ” милли проекты (национальный проект “ Образование") сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

“Бүленгән сумманы тотоноуҙы һәм төҙөлөш эштәрен башҡарып сығыуҙы ваҡытында тәьмин итеү генә түгел, ә уҡыусыларҙы һәйбәт уҡыуға рухландырған уңайлы биләмә булдырыу ҙа мөһим”, – тине Андрей Назаров.

Бөгөн ремонт эштәре республиканың 80 мәғариф учреждениеһында бара, уларҙа шөғөлләнгән уҡыусылар ваҡытлыса башҡа тирә-яҡ мәктәптәрҙә уҡый, был осраҡта барлыҡ санитар талаптар күҙәтелә.

 Фото: “Башинформ”.

#национальныепроекты#нацпроекты
https://bashgazet.ru

Киләһе йылдарҙа 140 мәктәп ремонтланасаҡ
Киләһе йылдарҙа 140 мәктәп ремонтланасаҡ
Автор:
Читайте нас