+30 °С
Болотло


Әле республика дауаханаларында 132 кеше ковид менән көрәшә, улар араһында 92 пациент 60 йәште үткән. 10 яҡташыбыҙ ауыр хәлдә, 1-һе үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
1 655 кеше амбулатор дауалана, улар араһында 496 пациент 60 йәштән өлкән.
Бер тәүлектә 367 яҡташыбыҙ ковидты еңгән. Барлығы һауығыусылар һаны – 337 493.
Һуңғы тәүлектә COVID-19-тан, шөкөр, бер кемдең дә ғүмере өҙөлмәгән. Ҡорбандар һаны 5 958 килеш ҡала. Уларҙың 4 956-һы 60 йәште уҙған булған.
Фото: news.myseldon.com
https://kiziltan.ru