

Илүзә был ҙур булмаған ҡалаға күптән түгел килде. Ул эшләгән бүлекте тарҡатып, бар хеҙмәткәрҙәргә яңы эш тәҡдим иттеләр, тик йәшәгән ергә быныһы алыҫыраҡ булып сыҡты. Ҡайһы берәүҙәр эштән баш тартты. Ә Илүзә эшен юғалтырға теләмәй ине, етмәһә Яңы йыл алдынан. Ул кейәүҙә түгел, балаһы ла юҡ, шуға ҡайҙалыр күсеү ауырлыҡ тыуҙырманы. Туғандарҙан йыраҡта булыу күңелһеҙерәк, әлбиттә, шулай ҙа эштең булыуы ла яҡшы бит әле.
Илүзә ҡуртымға фатир алды. Тәҙрәнән ҡаланы икегә бүлгән бәләкәй генә йылға күренә, завод торбалары һерәйеп тора, нәҡ шунда ҡыҙ эшләйәсәк... Яҡында ғына яңы мәктәп, стадионы ҙур ғына. Бында аҡса түкмәй генә спорт менән шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ.
Илүзә был ҡалаға Яңы йылға бер нисә көн ҡалғас килде. Фатир ҙур түгел, әммә бөхтә, матур. Иң беренсе ҡыҙ ҡупшы ғына яһалма шыршы алды. Әсәһе уйынсыҡтар биреп ебәргәйне, шуларҙы шыршыға элде, өй тағы ла йәмләнеп китте.
Ағаһы менән еңгәһе, ял алып атаһы менән әсәһе лә килергә һүҙ биргәйне. Ҡалала Яңы йыл ҡаршыларға ине иҫәптәре. Илүзә аҙыҡ-түлек алды, меню төҙөп, пландар төҙөп, уйындар уйланы. Күңелле булырға тейеш. Әммә барыһы ла уйлағансы килеп сыҡманы. Ата-әсәһе сирләп китте, ағаһы менән еңгәһе путевка алып, диңгеҙгә барырға ҡарар иткән. Бер кем килмәй... Һыуытҡыс тулы ризыҡ... Кем ашар?
--Йә, был ҡалала бер кемде белмәйем, саҡырыр инем,--тип уйланы ҡыҙ.
Илүзә һыуытҡыс янына барҙы. “Абхазия” тигән магнитҡа ҡыҫтырылып эленгән теҙмәгә ҡараны, унда меню яҙылған. Ҡыҙ енләнеп ул ҡағыҙҙы йомарлап ташларға уйланы ла туҡтап ҡалды. Бала сағын иҫенә төшөрҙө. Өләсәһе менән бер Яңы йылда икәү генә ҡалғайнылар. Әсәһе күп итеп ризыҡ әҙерләп бөткән ерҙә ағаһы менән дауаханаға эләккәйне. Ә атаһы эштә дежурлыҡта ине. Шул саҡ байрам булмаҫын аңлап бәләкәй Илүзә иларға етешкәйне бит. Өләсәһе: “Һый булаған ерҙә ҡунаҡ табыла”,--тигәйне. Күршеләре инде, ҡайҙандыр әйтмәй бер инәйҙәре ҡунаҡҡа килеп төштө. Ғөмүмән, күңелле үтте байрамдары.
--Бәлки, был юлы ла ҡунаҡ табылыр,--тип уйланы Илүзә.
Бынынсама ризыҡты ташлай ҙа, ашап та бөтә алмай бит инде яңғыҙы. Шулай ҙа Илүзә салат эшләргә тотондо, эшләгән береһен балконға һалҡынға ҡуйҙы.
Шул саҡ подъезда геүләшә башланылар. Баҡтиһәң, өйҙәге һыу торбаларында авария булған, һыу килеүҙән туҡтаған. Илүзә үҙ крандарын борғолап тикшереп ҡараны. Һыу бар, тик ике яҡтан да эҫе һыу аға. Подъезға сығып күршеләре менән танышып, кәрәкһә эҫе һыу булһа ла алырға рөхсәт бирҙе. Кемеһелер билмән бешереүгә, кемеһелер емеш йыуыуға һыу алды. Шулай итеп, Илүзәнең ишеге ябылманы ла. Береһе инә, икенсеһе сыға. Рәхмәт әйтәләр, ғәфү үтенәләр. Ә Илүзәгә киреһенсә күңелле лә ине, яңғыҙ ултырғансы, сыр-сыу килеп йөрөүе ҡыҙығыраҡ.
--Ә һиңә бер кем дә килмәйме ни? Үҙең дә бармайһыңмы?—тип һораны күрше Таңсулпан апай.
--Шулайыраҡ килеп сыҡты шул,--тине Илүзә.
--Улайһа, әйҙә, беҙгә ин. Хәҙер улым килә, ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡыҙым да ҡайта. Шундай һылыу ҡыҙ яңғыҙы ҡаршы алмаҫ инде Яңы йылды,--тине Таңсулпан апай.
--Юҡ, уңайһыҙ булыр, күсеп килгәнемә яңы, ҡумталарым да бушатылмаған. Иртәрәк ятып йоҡлайым да, иртән эшем менән булырмын,--тине Илүзә.
--Улайһа, үҙең ҡара, һеңлекәш. Шулай ҙа беҙгә инһәң, беҙ шат булырбыҙ.
Илүзә тауыҡты бешереп торманы. Күршеләре менән ҡаңғырып йөрөп ваҡыт та ырап киткән. Ун ике яҡынлашыуға улары ла инеүҙән туҡтаны. Илүзә яйлап ултырып туғандарына ҡотлау смс-тары яҙҙы. Шул саҡ ишек шаҡынылар. Асһа, бер егет тора. Ҡулында биҙрә.
--Һыу алырға мөмкинме?—тип йәшел күҙҙәрен ҡыҙға төбәгән ине.
Ә күрше ишектән мут йылмайып Таңсулпан апай күҙәтә. Үҙенең улына уңған кәләш тапҡандай шатланып ҡарай ине ул...