Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Новости
9 Ғинуар 2023, 07:08

2023 йылда нисек ял итәбеҙ?

Һәр ҡайһыбыҙ көтөп алған Яңы йыл каникулдары үтеп тә китте. Шулай ҙа беҙҙе алдағы айҙарҙа йәнә бер нисә оҙайлы ял көтә.

2023 йылда нисек ял итәбеҙ?2023 йылда нисек ял итәбеҙ?
2023 йылда нисек ял итәбеҙ?

Республиканың Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, быйыл Башҡортостанда йәшәүселәрҙе 121 ял һәм байрам көндәре көтә.

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан 23 февралдән 26-һына тиклем дүрт көн ял була. Шулай уҡ Еңеү көнө айҡанлы 6 майҙан 9-ына тиклем ял.

21-23 апрелдә (Ураҙа байрамы), 29 апрелдән 1 майға тиклем (Хеҙмәт көнө), 10-12 июндә (Рәсәй көнө) һәм 4-6 ноябрҙә (Халыҡтар берҙәмлеге көнө) беҙҙе өс көнлөк ялдар көтә.

2023 йылда шаршамбыға тап килгән 8 март (Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө), 28 июнь (ҡорбан байрамы) һәм 11 октябрь (Республика көнө) айырым ял көндәре буласаҡ.

2023 йылда 8 март (Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө), 28 июнь (Ҡорбан байрамы) һәм 11 октябрь (Республика көнө) шаршамбыға тап килә, шуға бер генә көн ял була.

https://www.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас